Отто Штрандман
Белеме
1918 йылға тиклем эшмәкәрлеге
Университетҡа уҡырға инер алдынан Дәүләт банкының ревель контораһында эшләй. 1903—1905 Нарва һәм Ревелдә юрист була. 1904-1905 һәм 1917 йылдарҙа — Ревелдең ҡала думаһы ағзаһы. 1905 йылда революция ваҡиғаларында ҡатнаша, 1905—1909 йылдарҙа Швейцарияла эмиграцияла йәшәй. 1909—1917 йылдарҙа Ревелдә адвокат практикаһы менән шөғөлләнә. 1917 йылда февраль революцияһынан һуң, Рәсәйҙең Ваҡытлы хөкүмәте тарафынан Ревель округ суды прокуроры булып тәғәйенләнә. 1917—1918 йылдарҙа — Эстлянд губернаһының Ваҡытлы земство советы рәйесе.
Бойондороҡһоҙ Эстонияның дипломаты һәм сәйәсмәне
- 1918 йылда— юстиция министры.
- 1918—1919 йылдарҙа — Эстонияның ваҡытлы хөкүмәте осоронда ауыл хужалығы министры. 1918 йылда германия оккупация ғәскәрҙәре тарафынан ҡулға алына.
- 1919 йылдың 9 майынан 1919 йылдың 18 ноябренә тиклем — премьер-министр һәм хәрби министр.
- 1920—1921 йылдарҙа — сит ил эштәре министры.
- 1921 йыл — Рийгикогу рәйесе (парламент). Рийгикогуның беренсе — бишенсе саҡырылыш ағзаһы.
- 1924 йыл — сит ил эштәре министры, һуңынан финанс министры.
- 1927—1929 йылдар — Польша, Чехославакия һәм Румынияла Эстония илсеһе
- 1929 йылдың 9 июленән 1931 12 февраленә тиклем — дәүләт аҡһаҡалы (дәүләт башлығы).
- 1933—1939 йылдар — Франция, Бельгия, Испания һәм Ватиканда Эстония илсеһе.
Эстон хеҙмәт партияһы лидерҙарының береһе була.
Вафат булыуы
1939 йылда тыуған иленә ҡайта һәм үҙенең Кадрина утарында йәшәй. 1941 йылда НКВД-ға килеүгә саҡырыу ҡағыҙы ала, был ҡотолғоһоҙ ҡулға алыныуҙы аңлата, һәм ул атылып үлә.
Наградалары
Гражданлыҡ ҡаҙаныштары өсөн беренсе дәрәжәләге өсөнсө разрядлы Азатлыҡ тәреһе
Библиография
- Эстонский биографический словарь. — Таллин, 2002.
Иҫкәрмәләр
- ↑ по другим данным — 16 февраля
Һылтанмалар
- Биография 2007 йылдың 27 сентябрь көнөндә архивланған.