Палеонтология
Палеонтология | |
Ҡапма-ҡаршыһы | neontology[d] |
---|---|
Код WordLift | data.thenextweb.com/tnw/… |
Кем ҡушҡан | Анри-Мари Дюкроте де Бленвиль[d] |
Өлөшләтә тура килә | геология[1] и биология[1] |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Палеонтология (от бор. грек. παλαιοντολογία) —боронғо геологик осорҙарҙа тереклек иткән организмдарҙың ҡаҙылма ҡалдыҡтарын, шулай уҡ уларҙың йәшәйеш эҙҙәрен өйрәнеүсе фән.
Палеонтологияның бурыстарының береһе булып, организмдарҙың тышҡы күренештәренең биологик үҙенсәлектәрен, туҡланыу ысулдарын, үрсеүен реконструкциялауҙан тора. Шулай уҡ, ул мәғлүмәттәр нигеҙендә биологик эволюциялары барышын да асыҡлай.
Хәҙерге палеонтология — ҡаҙылма организмдар тураһында[2], йәғни — боронғо организмдар тураһында фән[3].
Палеонтологтар үҫемлек һәм хайуан ҡалдыҡтарын ғына түгел, ә уларҙың ташҡа әйләнгән эҙҙәрен, һаҡланып ҡалған тышҡы япмаларын, хайуан һәм үҫемлек ҡалдыҡтары тупланмаһынан торған ҡатламдарҙы (тафоцено́з от греч. táphos — ҡәбер, ерләү һәм koinós —дөйөм) һәм уларҙың тереклеге тураһындағы дәлилдәрҙе өйрәнә.
Палеонтологияла, шулай уҡ палеоэкология һәм палеоклиматология ысулдары ла файҙаланыла.
Маҡсаты:
1)организмдың йәшәү мөхитен асыҡлау;
2)хәҙерге ваҡытта йәшәүсе организмдарҙың йәшәү мөхите менән сағыштырып ҡарау;
3)боронғо организмдарҙың йәшәү урынын асыҡларға тырышыу һәм башҡалар.
Термин[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1821 йылда Эйхвальд Э. И.ҡаҙылма хайуандар тураһындағы фәнде атау өсөн ориктозоология (грек. ҡаҙылмалар, хайуандар, тәғлимәт) терминын тәҡдим итә.[4]. 1827 йылдан алып Г. Фишер фон Вальдгейм петроматогнозия тигән терминды ҡуллана башлай.
Палеонтология термины (фр. Palaeontologie) 1825 йылда француз тәбиғәт фәндәре белгесе Дюкроте де Бленвиль тарафынан «Руководство малакологии и конхилиологии» тигән китабында ҡулланыла. Палеонтологияны «хайуандар һәм геология тураһында фән тип атай»[5].
1834 йылда Мәскәү ғалимы Фишер фон Вальдгеймдың «Хайуандар палеонтологияһы буйынса систематик библиография» тигән китабы сыға. Унда Бленвиль тәҡдим иткән термин баш һүҙ булараҡ ҡулланыла һәм инеш һүҙҙә терминға аңлатма бирелә. Фишерҙың китабы сыҡҡандан һуң был атама донъя әҙәбиәтендә таралып киң танылыу ала (иң элек француз, рус һәм инглиз)[6].
Синонимдар:
Петроматогнозия — Petromatognosiae
Петрефактология — (нем. Petrefaktekunde) ташҡа әйләнгән ҡалдыҡтар тураһындағы фән
Палеобиология — эволюцион палеонтология. Терминынды 1897 йылда А,П. Павлов тәҡдим иткән.
Бүлектәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Палеонтологияның төп бүлектәре араһында палеозоология һәм палеоботаниканы күрһәтәргә мөмкин. Палеозоология умыртҡаһыҙҙар (шул иҫәптән палеоэнтомология) һәм умыртҡалылар палеозоологияһына бүленә.
Ә палеоботаника палеоальгология (ылымыҡтар ҡаҙылма), палеопалинология (боронғо үҫемлектәрҙең спора һәм һеркәләре), палеокарпология (боронғо үҫемлек орлоҡтары) һәм башҡа. бүлектәрҙән тора.
Шулай уҡ, палеомикология — ҡаҙылма бәшмәк ҡалдыҡтарын өйрәнеүсе фән дә барлыҡҡа килгән. Боронғо микроорганизмдарҙы өйрәнеү менән микропалеонтология шөғөлләнә.
Палеоэкология боронғо организмдарҙың үҙ-ара, популяция, бергәлек эсендә, шулай уҡ боронғо бассейн тереклегенең тирә-яҡ мөхит менән бәйләнешен асыҡларға мөмкинлек бирә. Башҡа бүлектәрҙән палеобиогеография, тафономия, биостратономия һәм палеоихнологияны атап китергә була.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Организмдарҙың ташҡа әйләнгән ҡалдыҡтары борондан билдәле булған. Улар тураһында мәғлүмәттәр Ксенофан, Геродот, Аристотель кеүек антик натуралистарҙың хеҙмәттәрендә яҙып ҡалдырылған.
Ташҡа әйләнгән ҡалдыҡтары артабан өйрәнеү Яңырыу осоронда Леонардо да Винчи, Джироламо Фракасторо, Бернар Палисси, Георгий Агрикола һәм башҡа тикшеренеүселәр тарафынан дауам ителә.
Әммә был ҡалдыҡтарҙың юҡҡа сыҡҡан боронғо организмдарҙыҡы булыуы тураһында төшөнсә һуңғараҡ барлыҡҡа килә. Башлап был турала фекер Дания натуралисы Николаус Стено һәм инглиз тәбиғәт фәндәре белгесе Роберт Гук тарафынан әйтелә булһа кәрәк.
Ғилми дисциплина булараҡ палеонтология фәненә нигеҙ һалыусы тип Жорж Кювье һанала. Палеоботаниканың барлыҡҡа килеүен Адольф Броньяр исеме менән бәйләйҙәр. Жан Батист Ламарк беренсе эволюция теорияһын төҙөй.
Палеонтология өлкәһендәге тикшеренеүҙәрҙә Карл Рулье хеҙмәттәре айырым урын биләй.
Палеонтология үҫешендә яңы этап 1859 йылда Чарльз Дарвин эволюция теорияһы барлыҡҡа килеүе менән бәйле башлана. Хәҙерге эволюцион палеонтология Владимир Онуфриевич Ковалевский тарафынан нигеҙләнә.
Шулай уҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Палеоботаника, палеозоология
- Палеонтолок журналдар
- Палеоклиматология
- Палеонтологик реконструкция
- Палеонтологтар алфавит буйынса
- Лингвистик палеонтология
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 http://vocabularies.unesco.org/thesaurus/concept162
- ↑ Давиташвили Л. Ш. Палеонтология // БСЭ. 2-е изд. 1955. Т. 31. С. 591—597.
- ↑ Палеонтология // Палеонтологический словарь. М.: Наука, 1965. C. 225
- ↑ Eichwald Е. Ideen zu einer systematischen Oryctozoologie. Mitau, 1821. P. 3.
- ↑ Ducrotay de Blainville H. M. Manuel de malacologie et de conchyliologie. Paris, 1825. P. 225.
- ↑ Давиташвили Л. Ш., Химшиашвили Н. Г. К истории термина «палеонтология» и некоторых других названий науки об организмах прошлых // Вопросы истории естествознания и техники. 1956. № 2. С. 176—182.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Эволюция проблемалары 2014 йылдың 17 май көнөндә архивланған. (сайтта)
- Нисек булһа, уның эволюция теорияһы (сайтта)
- Петр лазарев исемендәге стипендияға менән бөтә донъяға билдәле халыҡ-ара йәш ғалимдар өсөн палеонтологик саха, мамонт фаунаһы өйрәнеү менән шөғөлләнә (сайтта)
- «Аммонит.ру» (портал палеонтологический)
- Палеонтологический институты РФА
- Палеонтологический электрон китапхана
- Юра осоро сайты