Педагогика

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Педагог һәм на уҡыусы дәрестә

Педаго́гика («тәрбиә сәнғәте»; бор. грек. παῖς — баланы, «παιδος» — үҫмерҙе «ἄγω» — алып барам һүҙҙәренән) — башлыса бала һәм үҫмер саҡта кешене тәрбиәләү һәм уҡытыу тураһындағы фән[1].

Педагогиканың предметы — шәхесте тәрбиәләү, уҡытыу һәм ғилем биреү шарттарында алдан билдәләнгән йүнәлеш буйынса үҫтереү һәм формалаштырыу буйынса бер бөтөн педагогик процесс. Педагогика объекты — аңлы рәүештә һәм маҡсатҡа ярашлы алып барылған тәрбиә процессы. Педагогика объекттары булып кеше шәхесенең маҡсатҡа ярашлы эшсәнлеге процессында уның үҫешенә сәбәпсе булған ысынбарлыҡтағы хәл-ваҡиғалар тора. Был хәл-ваҡиғалар ғилем биреү тип атала, йәғни объектив донъяның педагогика өйрәнгән өлөшө.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фрэнсис Бэкон

«Педагогика» бор. грекса «παιδαγωγική», «баланы оҙатып йөрөү, баланы йөрөтөү» тигәнде аңлатҡан. Боронғо Грецияла педагог — бала ҡараусы, баланы мәктәпкә йөрөтөүсе ҡол (йыш ҡына — физик хеҙмәткә яраҡһыҙ), (бор. грекса παιδος — үҫмер, малай). Педагогиканың үҫеше кешелек тарихына тығыҙ бәйле . Педагогикаға ҡағылышлы идеялар тыуыуы һәм үҫеше Боронғо Греция, Боронғо Көнсығыш философияһына һәм Урта быуат теологияһына һәм философияһына бәйле. Беренсе булып педагогика философия белемдәре системаһынан XVII быуатта инглиз философы һәм тәбиғәтте өйрәнеүсеһе Фрэнсис Бэкон тарафынан айырып сығарыла һәм фән булараҡ[2][3] чех педагогы Ян Амос Коменский хеҙмәттәрендә нығына. Хәҙерге көндә педагогика — күп тармаҡлы фән, башҡа фәндәр менән тығыҙ бәйләнештә йәшәй һәм үҫешә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Педагогика // Большой Энциклопедический словарь. 2000.
  2. Сергей Крутько. Великая дидактика. Блог 4brain.
  3. Сергей Крутько. "Пампедия" Коменского. Блог 4brain.