Петрушино мороно
Петрушино мороно[1] (шулай уҡ ошондай атамалар осрай: Петрушенский, Петрушанский, Петрушинский мороно) — ҙур булмаған ҡомло тар морон, Аҙау диңгеҙенең төньяҡ Рәсәй яр буйында, Таганрог ҡултығында, Таганрог ҡалаһынан алыҫ түгел, Беглица морононан 25 км тирәһе көнсығышҡа табан урынлашҡан. Административ бүленештә Петрушино мороно Ростов өлкәһенең Неклиновский районы Новобессергеневск ауыл биләмәһе составына инә.
Тарихи әһәмиәте
1696 йылда, Аҙауҙы алғандан һуң, Пётр I Миусс ярымутрауында ҡәлғә ҡоролмалары төҙөтә башлаған. Иң беренсе булып Петрушино мороно янында Павлов форты төҙөлә башлай[2]. Артабан был нығытмалар Таганий Рогта Троицк ҡәлғәһенең өҫтәмә оборона һыҙығы сифатында хеҙмәт итә[3].
1711 йылдың июлендә, төрөктәр Таганрогты баҫып алырға маташҡанда, Петрушино мороно районында алыш бара, һөҙөмтәлә Рус батшалығы ҡоро ер ғәскәре частәре төрөк десанттарын ҡыйрата[4].
1941 йылдың 26 октябрендә, комендант бойороғо буйынса, немец Өсөнсө рейх ғәскәрҙәре оккупациялаған Таганрогта йәшәүсе йәһүдтәрҙе, тентегәндән һәм шәхси әйберҙәрен тартып алғандан һуң, Петрушино моронона ебәрәләр, унда уларҙың барыһын да көньяҡ-көнсығыш яр буйында аталар[5]. Дөйөм алғанда, Икенсе донъя һуғышы ваҡытында, Петрушино морононда, 20 меңдән ашыу кеше язалана һәм атып үлтерелә. Һуңынан эргәлә урынлашҡан Петрушино йырынында ерләйҙәр («Үлем йырыны»)[6] . 1950-се йылдарҙа, язаланыусылар иҫтәлегенә, бында ағастар ултыртыла.
Халыҡ
Петрушино мороно нигеҙендә, һыу ярына терәлеп, Новобессергеневский ауыл биләмәһе составына ингән Петрушино ауылы урынлашҡан (Петрушино Мороно[7]).
Иҫкәрмәләр
- ↑ Лист карты L-37-30 Таганрог. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1982 год. Издание 1983 г.
- ↑ Ярослав ИВАНЮК, Юрий ПОГОДА «КОМЕНДАНТ ПОЛТАВЫ ПОЛКОВНИК КЕЛИН: ПОРТРЕТ НА ФОНЕ ВОЙНЫ»
- ↑ Памятники оборонительного зодчества
- ↑ «Таганрог» А. 2010 йылдың 1 март көнөндә архивланған.
- ↑ «ВРЕМЯ ТАГАНРОГА», Еженедельная газета, № 30(82), 06.09-13.09/2008 2014 йылдың 6 март көнөндә архивланған.
- ↑ Сайт Центральной городской публичной библиотеки имени А.(недоступная ссылка)
- ↑ Топонимия Неклиновского района(недоступная ссылка)