Плохова Ольга Николаевна
Плохова Ольга Николаевна (19 май 1975 йыл) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе. «Күмертау авиация производство предприятиеһы» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры (2022 йылдан). Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2023 йылдан)[1][2].
Биографияһы
Ольга Николаевна Плохова 1975 йылдың 19 майында Башҡорт АССР-ының Күмертау ҡалаһында тыуа. Күмертау авиация техникумын тамамлағандан һуң (1994)[2], юғары белемде Өфө дәүләт авиация техник университетында (2001)[2] ала. Икенсе юғары белемгә Ырымбур дәүләт университетында (2004)[2] эйә була.
Өфө дәүләт авиация техник университетынан һуң хеҙмәт юлын Күмертау авиация производство предприятиеһында токарь өйрәнсеге булып башлай (1993). Артабан шул уҡ предприятиела иретеп йәбештереүсе (1993), техник-программист, инженер-программист булып эшләй.
2001—2013 йылдарҙа менеджер, бүлек мөдире, тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек һәм һатыу идаралығы етәксеһе була.
2013—2022 йылдарҙа һатыу буйынса идарасы директорҙың урынбаҫары, идарасы директор вазифаларын биләй.
2022 йылдан — «Күмертау авиация производство предприятиеһы» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры[1][2].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
Ғаиләһе
Ул тәрбиәләй[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының «Хеҙмәт фиҙаҡәрлеге өсөн» миҙалы
• Рәсәй Федерацияһы Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының Почёт грамотаһы
• Рәсәй Федерацияһы Федераль һаҡ хеҙмәтенең Грамотаһы
• Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе
• Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәте[1][2].