Попова Вера Николаевна

Попова Вера Николаевна (1889—1982) — рус һәм совет театр һәм кино актеры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1948).

Биографияһы

Вера Николаевна Попова 1889 йылдың 12 авгусында (31 июль) Мәскәүҙә тыуған.

Мәскәүҙең данлыҡлы В. Н. фон Дервиз гимназияһында уҡый.

1908—1909 йылдарҙа А. И. Адашевтың драма курстарында, ә 1909—1910 йылдарҙа — И. Р. Пельтцерҙың театр мәктәбендә уҡый.

1910 йылдан П. М. Медведев төркөмө артисы; шулай уҡ Двинск, Витебск, Киев, Екатеринодар, Дондағы Ростов театрҙарында уйнай.

1920—1921 йылдарҙа күсмә драма Театрҙа, «Аквариум» театрында (Мәскәү ҡалаһы) эшләй.

1922 йылдан — В. Г. Сахновский етәкселегендәге Мәскәү драма театрында.

1923—1933 йылдарҙа Корш Театры, Н. Н. Синельников (Синельников, Николай Николаевич) етәкселеге аҫтында Харьков театры артисы.

1933—1964 йылдарҙа — М. Горький исемендәге МХАТ артисы. 1964 йылдан хаҡлы ялда.

В. Н. Попова 1982 йылдың 27 авгусында вафат була. Введенский зыяратында ерләнгән (7 уч.).

Ире — А. П. Кторов (1898—1980). «Вера Николаевнаға ул бөтә ғүмере буйына фиҙаҡәр тоғро була. Театр эшмәкәрҙәре араһында улар бер-береһенә юғары мөхәббәте, үҙҙәренең тулы кешелекле һәм ижади гармонияһы менән айырылып торалар» (З. В. Сонина-Долинская).

Ижады

Театрҙағы ролдәре

Б. Корш театры

  • 1932 — «Бесприданница» А. Н. Островского — Лариса

СССР-ҙа М. Горький исемендәге МХАТ-та (1933—1964)

Кинолағы ролдәре

  1. 1926 — Машинист Ухтомский — Новикова
  2. 1927 — Круг — Мария
  3. 1931 — Железная бригада
  4. 1935 — Любовь и ненависть — Жена техника шахты
  5. 1935 — Подруги — Наталья, мать Зои
  6. 1944 — Зоя — Женщина
  7. 1955 — Храбрый заяц (анимационный) — Бабушка
  8. 1957 — Телеграмма (короткометражный) — Екатерина Петровна Пожалостина
  9. 1959 — Белые ночи — Прасковья Ивановна, бабушка
  10. 1965 — Дайте жалобную книгу — Старушка, покупательница мужского пальто на ярмарке
  11. 1965 — Звонят, откройте дверь! — Наталья Ивановна, пенсионерка
  12. 1966 — Душечка (телевизионный) — Старушка у церкви
  13. 1966 — Тени старого замка (телевизионный) — Анна
  14. 1968 — Урок литературы — тётя Паша

Йәнһүрәттәрҙе тауышландырыу

  • 1951 — Сказка о мёртвой царевне и семи богатырях — Автор тексы
  • 1957 — Снежная королева — Герданың өләсәйе

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

- Беренсе дәрәжә Сталин премияһы (1946) — А. А. Крондың «Глубокая разведка» спектаклендә Марго ролен башҡарған өсөн.

- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (4 март 1933)

- РСФСР-ҙың халыҡ артисы (26 октябрь 1948)

- «Почет Билдәһе» ордены (03.05.1937)

- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (26.10.1948)

- миҙалдар

Һылтанмалар