Порт-Саид
Порт-Саид[4] (ғәр. بورسعيد, Буп-Саид[5]) — Мысырҙың төньяҡ — көнсығышында урынлашҡан ҡала. Суэц каналының төньяҡ осонда Урта диңгеҙ порты. Порт-Саид губернаторствоһының административ үҙәге. Халыҡ һаны — 529 684 кеше (2004). Балыҡсылыҡты үҫтереү, химия, аҙыҡ — түлек һәм тәмәке сәнәғәттәре үҫешкән. Порты аша Мысыр мамыҡ һәм дөгө оҙата. Суэц каналын хеҙмәтләндереү, үткән карабтарға яғыулыҡ ҡойоу. Диңгеҙ курорты.
1859 йылда Урта диңгеҙҙе һәм тоҙло яр буйындағы Манзал күлен айырған ҡомло моронда ҡалаға нигеҙ һалына. Тәүҙә каналдың инфраструктура өлөшө булараҡ төҙөлә. Ирекле (duty-free) порт һымаҡ тиҙ үҫешә.
XIX быуатта төҙөлгән өйҙәр ҡалала күп һаҡланғандар.
АҠШ — ла урынлашҡан, әлее ваҡытта уның символы булып торған Азатлыҡ статуяһы, алдан ул Азия Яҡтылығы (Light Of The Asia) исеме аҫтында Порт -Саидта ҡуйылырға уйланыла, әммә ул саҡтағы ил хөкүмәте ҡарары буйынса, Франциянан конструкцияны алып килеүе һәм урынына ҡуйыу бик ҡиммәтле тип һанаған.
1956 йылда, Суэц һуғышы ваҡытында, Порт-Саид бер көн дауамында инглиз — француз дингеҙ десантының һөжүменә ҡаршылыҡ күрһәтеүе арҡаһында дан ҡаҙана; быға бәйле, ҡаланы ҡайһы берҙә «Мысыр Сталинграды» тип атайҙар[6][7]. 1962 йылда Порт — Саид һәм Волгоград туғандаш ҡалалар булалар.
Билдәле шәхестәр
- Парфений III (1919—1996), Александрия һәм бөтә Африка Патриархы
- Скаленакис Георгиос (1926—2014) — билдәле чех һәм грек кинорежиссеры.
Климат
| Ҡала климаты | |||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
| Уртаса максимум, °C | 17,4 | 17,9 | 19,4 | 22,5 | 25,1 | 28,2 | 30,0 | 30,3 | 28,8 | 26,7 | 23,0 | 19,4 | 24,1 |
| Уртаса температура, °C | 14,4 | 15,1 | 16,7 | 19,6 | 22,4 | 25,3 | 27,2 | 27,3 | 26,3 | 24,1 | 20,4 | 16,5 | 19,1 |
| Уртаса минимум, °C | 11,1 | 11,7 | 13,4 | 16,3 | 18,8 | 22,1 | 23,7 | 24,2 | 23,3 | 21,3 | 17,5 | 12,8 | 18,0 |
| Яуым-төшөм нормаһы, мм | 18 | 12 | 10 | 5 | 4 | 0 | 0 | 0 | 3 | 8 | 7 | 16 | 83 |
Шулай уҡ ҡара
- Порт — Саид стадиондағы ҡан ҡойош.
Иҫкәрмәләр
- ↑ http://www.volgadmin.ru/d/about/TwinCities
- ↑ http://portsaid.gov.eg/areas/Lists/23/DispForm.aspx?ID=1
- ↑ http://www.geonames.org/358619
- ↑ Словарь географических названий зарубежных стран / отв. ред. А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М. : Недра, 1986. — С. 288.
- ↑ Инструкция по передаче на картах географических названий арабских стран. — М.: Наука, 1966. — С. 26.
- ↑ Героическое кино в городе-герое 2008 йылдың 26 март көнөндә архивланған.
- ↑ СТАЛИНГРАД НА СУЭЦЕ 2010 йылдың 7 сентябрь көнөндә архивланған.
Әҙәбиәт
- Порт Саид // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Һылтанмалар
- portsaid.gov.eg — Порт-Саида рәсми сайты (ғәр.)