Прокуратура хеҙмәткәрҙәре көнө (Рәсәй)

Прокуратура хеҙмәткәрҙәре көнө — йыл һайын 12 ғинуарҙа билдәләнгән Рәсәй прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре көнө[1].

undefined

Тарихы

undefined

Рәсәй Федерацияһы Прокуратура хеҙмәткәрҙәре көнө 1996 йылдан Рәсәй Федерацияһы Президенты Б. Н. Ельциндың 1995 йылдың 29 декабрендәге «Рәсәй Федерацияһы Прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре көнөн булдырыу тураһында» Указына ярашлы билдәләнә.

Был дата осраҡлы һайланмай. 12 (23) ғинуар 1722 Рәсәй империяһы императоры Бөйөк Пётрҙың исемле указы менән[2] беренсе тапҡыр генерал-прокурор вазифаһы булдырыла һәм Рәсәй прокуратураһы институты ойошторола.

2007 йылда, РФ президенты Владимир Путин Рәсәй Баш прокуратураһының 285 йыллығы уңайынан тәбрикләүендә:

…һеҙҙең ведомство дәүләттең ышаныслы терәге булып тора, ҡануниәт һәм хоҡуҡ һаҡлау принциптарын ныҡлы яҡлай. Прокуроатура корпусының иң яҡшы вәкилдәрен һәр саҡ юғары компетентлыҡ, хеҙмәт бурысына тоғролоҡ һәм шәхси тәртип айырып тора.

Прокуратураның хәҙерге быуынының һөнәри традицияларҙы һаҡсыл һаҡлауы һәм арттырыуы мөһим. Һеҙҙән, һеҙҙең ныҡышмалылыҡҡа һәм эҙмә-эҙлелеккә ил граждандарының хоҡуҡтары һәм мәнфәғәте яҡланыуы, рәсәй дәүләтселегенең берҙәмлеге, енәйәтселек һәм коррупция менән көрәш һөҙөмтәлелеге бәйле[3],

 — тип белдерә.

Был өҙөмтәлә прокуратура хеҙмәткәрҙәре һәм уларҙың илдең хәҙерге тормошондағы роле аныҡ баһалана.