Псков Кромы

Псков Кром (Кремле) — Псковтың тарихи-архитектура үҙәге, Псков ҡәлғәһенең төп өлөшө. Пскова йылғаһының Бөйөк йылғаға ҡойған урындағы бейек һәм тар моронда урынлашҡан. 3 гектар майҙанды биләй.

Ҡаласыҡтың морон өлөшөндә башланғыс ултыраҡ беренсе мең йыллыҡтың уртаһына ҡарай. X—XII быуаттарҙа бында тупраҡ, ә бәлки, таш нығытмалар һәм ағас Троицкий соборы булған. Псков республикаһы (XIV — XVI быуат башы) осоронда Кремь үҙенең соборы, йыйылыу майҙаны һәм келәттәре менән псков еренең рухи, юридик һәм административ үҙәге булған

Кремль биләмәһе бейеклеге 6-8 м һәм ҡалынлығы 2,5 м алып 6,0 м тиклем (Кромдың алғы (көньяҡ) ағас ҡыйыҡ менән ҡапланған таш ҡәлғә диуарҙары менән уратып алынған. Кремлдең көнсығыш стенаһының оҙонлоғо — 435 м; көнбайыш стенаһы — 345. м. Көньяҡ стенаның оҙонлоғо 88 м тәшкил итә.

2013 йылда Псков Кромы (Кремле) "Рәсәй-10" медиаконкурсында еңеп, "Рәсәй символдары" унлығына инә.

Кромдың архитектура ансамбле

  • Довмонтов ҡала (VIII—XVII вв.);
  • «Перси» (Перша, йәки Довмонтов диуары) (Кромдың алғы диуары) (1337 (беренсе тапҡыр телгә алына), 1393—1424 йй. );
  • Кремлдең көнсығыш һәм көнбайыш диуарҙары (XIV—XV быуаттар, XVII быуат);
  • Захаб (захабень йәки охабень);
  • Троицкий соборы (1682—1699 йй.);
  • манара (XIX в.);
  • Приказный палаталары (1692—1695, 1701 йылдар);
  • дары баҙы;
  • сиркәү әһелдәре йорто;
  • ҡунаҡ йорто.

Кром һәм Довмонтов ҡала манаралары

  • Власьевский манараһы;
  • Рыбницкий манараһы (Изге ҡапҡалар өҫтөндә манара);
  • Троицкий (Сәғәт) манараһы;
  • Уртаса манара (1416—1419 йй.);
  • Кутекром манараһы (Ҡыҙыл йәки Кутий усағы) (1399—1400 йй.);
  • Яҫы манара;
  • Довмонтов (Смердие) манараһы.

2010 йылдың 27 апрелендәге янғын ваҡытында Власьевский һәм Рыбницкий манараларының сатырҙары янып юҡҡа сыға[1]

Иллюстрациялар

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ 3

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Категориялар