Птуй
Птуй (слов. Ptuj, нем. Pettau) — Словения ҡалаһы . Птуй ҡалаһы Словенияның Подравска төбәгендә урынлашҡан, Птуй общинаһына инә. Птуй ҡалаһында 2008 йыл мәғлүмәттәре буйынса 23957 кеше йәшәгән. Ҡаланың майҙаны 66, 7 квадрат километр. Халыҡ тығыҙлығы бер квадрат километрға 359 кеше тәшкил итә. Птуй ҡалаһы диңгеҙ кимәленән 232 метр бейеклектә ята. Ҡала жупаны — Мирон Сенчар.
Птуй Словенияның боронғо ҡалаларының береһе булып тора. Ул беренсе тапҡыр 69 йылда үҙ легионы тарафынан Рим императоры итеп һайланған Веспасиан заманында телгә алына.
Туғанлашҡан ҡалалары
Билдәле шәхестәре
- Александра Пивец (1972) — словен сәйәси һәм дәүләт эшмәкәре. 2021 йылдың 20 мартынан «Беҙҙең ил» партияһы рәйесе. Химия инженерияһы буйынса философия докторы. Элек — Словения пенсионерҙарының демократик партияһы (DeSUS, 2020) рәйесе була, ауыл хужалығы, урман хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министры (2018—2020).