РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы

РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы — РСФСР-ҙың почётлы исеме. Юғары профессиональ табиптарға халыҡтың һаулығын һаҡлауҙағы ҡаҙаныштары, эш практикаһында медицина фәне һәм техника ҡаҙаныштарын файҙаланып, дауалау-профилактика ярҙамын ойоштороуҙа һәм һаулыҡ һаҡлау эшендә күрһәткән хеҙмәттәре, һөнәре буйынса 15 һәм шунан артығыраҡ эшләгәндәре өсөн бирелә.

РСФСР Юғары Советы Президиумының 1940 йылдың 11 ғинуарындағы указы менән раҫланған.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Һылтанмалар

  • [ Звания почётные] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә

Тема буйынса өҫтәмә