Разна (милли парк)
«Разна» милли паркы (латыш. Rāznas nacionālais parks) Латвияның Латгаль төбәгендә урынлашҡан. 2007 йылдың 1 ғинуарында төҙөлә һәм 59615 гектар майҙанды биләй. Быға тиклем булған «Разна» тәбиғәт паркын милли паркҡа үҙгәртеү инициативаһы менән Даугавпилс университетынан сығыш яһай.
Был милли парк Латвияла ҙурлығы буйынса икенсе урында тороусы Разна күлен һәм уға яҡын райондарҙы яҡлау өсөн булдырыла. Милли парктың 14 % майҙанын һыу ҡаплап тора. Экосистеманың иң ҡиммәтлеһе — ул үҫемлектәрҙең күп һанлы һирәк төрҙәре менән тәбиғи япраҡлы урман, был ағастарҙың ҡайһы берҙәре Эжезерс күленең 26 утрауында үҫә. Шулай уҡ тәбиғәт һаҡлауҙың юғары ҡиммәтенә тәбиғилеккә яҡын булған болондар ҙа эйә.
Һылтанмалар
- Rāznas nacionālais parks
- Милли паркта төрлө 2014 йылдың 17 декабрь көнөндә архивланған.
- National Park Rāzna 2014 йылдың 21 декабрь көнөндә архивланған.