Ред Булл (хоккей клубы, Зальцбург)

«Ред Булл» Зальцбург (нем. Red Bull Salzburg) — Австрияның Зальцбург хоккей командаһы.

Клубтың тарихы

Файл:EC Red Bull Salzburg.jpg
2015/2016 сезонда «Ред Булл» клубы Австрия хоккей лигаһы Кубогын алды

1977 йылда барлыҡҡа килгән. 2000 йылға тиклем Зальцбург ХК исемен йөрөткән, унан һуң командаға уның төп спонсоры Red Bull GmbH компанияһының исеме бирелгән. Ред Булл Австрияның иң көслө командаларының береһе. Ул ил эсендәге ярыштарҙа үҙенең спорт Боҙ һарайы «Айсарена Зальцбургта» (һыйҙырышлығы — 3 600 тамашасы) уйнай.

Команда дүрт тапҡыр Австрия лигаһы чемпионаттарында — 2006/2007, 2007/2008, 2009/2010 һәм 2010/2011йылдар сезондарында башҡа командаларҙы еңгән. 2011/2012 йылдың сезоны һуңғы йылдарҙа команда өсөн иң уңышһыҙ уйын сезоны булған. Ред Булл регуляр сезонда бары тик дүртенсе урынды ғына яулаған һәм сирек финал уйындарында плей-оффта Клагенфурт хоккей клубынан еңелгән. 2008 йылда Континенталь кубок уйындарында ҡатнашҡан һәм уйындарҙың икенсе этабында көрәштән төшөп ҡалған. Клуб командаһы 2010 йылдағы Континенталь кубок уйындарында еңеү яулаған.

2012 йылда Милли хоккей лигаһының локаутында «Ред Булл» командаһы өсөн Дерек Дорсетт, Дерик Брассар, Тобиас Энстрем һәм Дэвид Кларксондар уйнағандар.

19 июнь,2013 йыл. «Ред Булл» йәштәр командаһы Бөтә донъя хоккей лигаһына ҡабул ителгән һәм 2013/14 йылдың сезонынан башлап Йәштәр хоккей лигаһы Чемпионатында уйнай башлаған.[1][2].

Ағымдағы составы

См. шулай уҡ

  • Ратушаның Дэны

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

  1. В состав НП «МХЛ» вступило семь клубов. Пресс-служба Молодёжной хоккейной лиги (19 июнь 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июнь 2012. Архивировано 20 июнь 2013 года.
  2. Бегишев С. В МХЛ приняли клуб с родины Моцарта. «Советский спорт» (25 июнь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 июнь 2012. Архивировано 1 июль 2013 года. 2014 йылдың 7 ноябрь көнөндә архивланған.