Реконкиста

Викидата элементы тултырылмаған

Реконкиста (исп. һәм порт. Reconquista — кире яулап алыу) — Пиреней ярымутрауында христиандар — нигеҙҙә, испандар һәм португалдар тарафынан мавр әмирлектәре биләгән ерҙәрҙе оҙаҡҡа һуҙылған яулап алыу процесы[1]..

Тарихы

undefined

Реконкиста ғәрәптәр VIII быуаттың беренсе яртыһында Пиреней ярымутрауының күпселек өлөшөн яулап алғандан һуң башлана. Ул үҙгәреүсән уңыш менән бара, был пиреней христиан хакимдарын бер-береһе менән, шулай уҡ үҙҙәренең фетнәсел вассалдары менән көрәшергә мәжбүр иткән феодаль ыҙғыш-талаш менән бәйле була. Был ҡайһы бер осраҡтарҙа христиан хакимдарын ваҡытлыса мосолмандар менән союздашлыҡ төҙөргә мәжбүр итә. Икенсе яҡтан, власть өсөн көрәш барышында ғәрәп кенәздәре араһында ыҙғыш-талаш арҡаһында христиандарға ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән осраҡтар ҙа була.

Тәре походтары ваҡытында маврҙарға ҡаршы көрәш бөтә христиан донъяһы өсөн көрәш тип ҡабул ителә.Маврҙарға ҡаршы көрәшеү өсөн тамплиерҙар өлгөһө буйынса рыцарь ордендары булдырыла, Папалыҡ Европа рыцарҙарын Пиреней ярымутрауындағы сарациндарға ҡаршы көрәшергә өндәй.

Реконкиста 1492 йылда тамамлана, ул саҡта Фердинанд II Арагон һәм Изабелла I Кастиль һуңғы мавритан хакимын Пиреней ярымутрауынан һөргөнгә ебәрәләр. Улар Испанияның күпселек өлөшөн үҙҙәренең тажы аҫтында берләштерә (Наварра Короллеге[2] 1512 йылда Испания составына индерелә).

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. Арабо-византийская хроника 741 г. часть 42. Восточная литература. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ғинуар 2009. Архивировано 19 ғинуар 2009 года.
  2. Наварра // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)

Һылтанмалар


Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.