Ремезов Семён Ульянович

Семен Ульянович Ремезов (1642, Тобольск, рус батшалығы — 1721 һуң, шунда уҡ) — урыҫ энциклопедисы, Себер картографы, архитектор, тарихсы.

Себерҙең һыҙма китабы

undefined
undefined

Ҡулъяҙма «Чертёжная книга Сибири» (1699—1701) — XVII быуаттың географик асыштары һөҙөмтәләрен дөйөмләштергән беренсе рус географик атласы. 1695 йылда С. Ремезов Мәскәүгә килгән Себер картаһы күсермәһенән бер нисә оригиналь һыҙымдар яһай. 1696—1697 йылдарҙа Тобольск, Иркутск һәм башҡа ҡалаларҙа Себерҙең төрлө өлөштәренең һыҙымдары төҙөлгән. Көнбайыш Себер һыҙымдарын һәм себер йылғалары атласын Ремезов үҙе төҙөгән. 1699—1701 йылдарҙа ул шулай уҡ өс улы менән «Чертёжная книга Сибири» йыйынтығын төҙөгән, ул инеш һүҙҙән һәм 23 зур форматлы картанан торған, Себер һәм уның бөтә территорияһының мәғлүмәттәрен ентекләп теркәгән. Китаптағы карталар градусһыҙ һәм, хәҙергәненән айырмалы, төньяҡ менән көньяҡтың урындары алмашҡан булған.

2003 йыл аҙағында С. Ремезовтың «Чертёжная книга Сибири» әҙер була[2].

Хәтер

  • «Ремезов уҡыуҙары».
  • Төмәндәге «Себер картографтары» скульптураһы
  • Тобольск ҡалаһындағы һәйкәл.
  • Тобольскиҙа урам (шуға тиклем — Клара Цеткин урамы).
  • Тобольскиҙағы майҙан.
  • Тобольск ҡалаһында «Себер» ҡунаҡханаһы бинаһында мемориаль таҡта (авторы Геннадий Правоторов).
  • Төмәндә «Ремезов» отеле

Иҫкәрмәләр

  1. Чешская национальная авторитетная база данных
  2. Лёвочкин Иван. Новая жизнь «Чертёжной книги Сибири». Из собрания РГБ 2012 йылдың 5 апрель көнөндә архивланған. // Альманах «Тобольск и вся Сибирь». — Тобольск, 2004.

Әҙәбиәт