Рододендрон

Рододéндрон[2] (лат. Rhododéndron) — арса сәскәлеләр ырыуындағы үҫемлек. Яртылаш япраҡ ҡойоусы һәм япраҡ ҡойоусы ҡыуаҡтар һәм ағастырҙың һигеҙ йөҙгә яҡын төрөн берләштергән үҫемлектәр ырыуы. Рододендрон ырыуына оранжереяла сәскә үҫтереүсләр араһында таралған азалия керә.

Rhododendron aechmophyllum0.jpg

Таралыуы

Рододендрондар, башлыса, төньяк ярымшарҙа уртаса климат бүлкәтендә таралған. Үҫемлектең күпселеге Ҡытайҙа, Һималайҙарҙы, Японияла, Көньяҡ-Көнсығыш Азияла, шулай уҡ Төньяҡ Америкала таралған. Көньяҡ ярымшарҙа — Яңы Гвинеяла һәм төньяҡ-көнсығыш Австралияла үҫә. Төрҙәр араһында 30 м бейеклеккә үҫкәндәре лә, йәйелеп үҫкән ҡыуаҡтар ҙа осрай. Сәскәләре кескенә лә, 20 см диаметрлылары ла осрай.

Rhododendron sp1.jpg

Рододендрон ҡыуағы

Иҫкәрмәләр

  1. По материалам Эдинбургского Королевского ботанического сада
  2. Биологический энциклопедический словарь / Под ред. М. С. Гилярова. М.: Большая российская энциклопедия, 1995. С.545.