Рудольф (күл)
Рудольф[1] йәғни Туркана — Көнсығыш Африкалағы тымыҡ күл. Күп өлөшө Кенияла, төньяҡ өлөшө Эфиопия территорияһына инә.
География
Көнсығыш Африка рифт үҙәне сиктәрендә урынлашҡан. Күлдә 3 вулканик утрау бар: Көньяҡ, Крокодайл-Айленд (Үҙәк), Төньяҡ. Көньяҡ яр буйында Телеки вулканы урынлашҡан. Күлгә бер нисә йылға ҡоя, уларҙың иң ҙурыһы Омо ҡушылдығы.
Оҙонлоғо — 290 км, киңлеге — 32 км, майҙаны — 6405 км², күләме — 203,6 км³, максималь тәрәнлеге — 109 м, уртаса тәрәнлеге — 30,2 м.
Күл 1888 йылда венгр сәйәхәтсеһе Самуэль Телеки һәм австриялы Людвиг фон Хёнель тарафынан асыла һәм улар уға Австрия кронпринцы хөрмәтенә Рудольф исемен бирәләр[2]. 1970-се йылдар башында Туркана төбәк атмаһын ала.
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Натела Ярошенко. Озеро Рудольф // Энциклопедия чудес природы. — Лондон, Нью-Йорк, Сидней, Москва: Ридерз Дайджест, 2000. — С. 32-33. — 456 с. — ISBN 5-89355-014-5. Ҡалып:Бөйөк Африка күлдәре