Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы | |
Лауреаттар категорияһы | Категория:Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артистары |
---|---|
Нигеҙләү датаһы | 25 декабрь 1991 |
Алдараҡ килеүсе | РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы |
Дәүләт | |
Уровень выше | Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы |
Ил | |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы» — Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары системаһына ингән маҡтаулы исем.
Ни өсөн бирелә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы» исеме юғары профессиональ кимәлгә еткән артистарға, балетмейстерҙарға, композиторҙарға, режиссерҙарға, хормейстерҙарға һәм музыкаль башҡарыусыларға шәхси ҡаҙаныштары өсөн бирелә:
- юғары кимәлдәге образдар, спектаклдәр, кино-һәм телефильмдар, музыкаль, телевизион һәм радиоәҫәр ижад иткән һәм киң йәмәғәтселектә һәм профессиональ берләшмәләрҙә танылыу алған өсөн;
- милли артислыҡ мәктәптәрҙе һәм рухи мәҙәниәттең классик художество образдарын һаҡлаған һәм үҫтергән өсөн;
- Рәсәй территорияһында һәм унан ситтә үҫеп килгән быуындың әхлаҡи тәрбиәһе, Рәсәй мәҙәниәтен популярлаштырыу һәм хәйриә эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу менән бәйле социаль әһәмиәтле концерттарҙа, спектаклдәрҙә, башҡа мәҙәни сараларҙа актив ҡатнашҡан өсөн;
- Һөҙөмтәле концерт, театраль эшмәкәрлегендә, спектаклдәр, цирк программаларын ҡуйыуҙа киң танылыу алған, шулай уҡ төрлө халыҡ-ара конкурстарҙа һәм фестивалдәрҙә Рәсәйҙе лайыҡлы күрһәтеүгә мөмкинлек биргән өсөн.
Ҡағиҙә булараҡ, «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем ижади эшмәкәрлекте башлағандан һуң 20 йыл үткәс кенә (төп партияларҙы башҡарыусы балет артистарына — 10 йылдан да алда түгел) бирелә. Шулай уҡ бүләкләнеүсенең дәүләт власы федераль органдарының йәки Рәсәй Федерацияһы дәүләт власы органдары субъекттарының тармаҡ наградалары булыуы мотлаҡ.
Биреү тәртибе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы исемдәре Рәсәй Федерацияһы Президенты янындағы дәүләт наградалары буйынса Комиссияның бүләкләү һәм тәҡдим итеү буйынса үтенес ҡағыҙын ҡарау һөҙөмтәһендә Рәсәй Федерацияһы Президенты указдарына ярашлы бирелә.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исеме Рәсәй Федерацияһы Президентының 1995 йылдың 30 декабрендәге 1341-се һанлы «Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы исемдәрен булдырыу, маҡтаулы исемдәр һәм маҡтаулы исемдәрҙең күкрәккә тағыла торған билдәһе тасуирламаһы тураһында положениеларҙы раҫлау тураһында» исемле указына ярашлы индерелә[1][2]. Ошо уҡ указ менән тәүге маҡтаулы исем тураһындағы Положение раҫлана:
«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы» исеме юғары художество образдар, спектаклдәр, кинофильмдар, телеспектаклдәр, телефильмдар, концерт, эстрада, цирк программалары, музыкаль, телевизион һәм радиоәҫәрҙәр ижад итеп, киң танылыу алған һәм сәнғәт өлкәһендә 10 йыл һәм 10 йылдан ашыу эшләгән артистарға, балетмейстерҙарға, композиторҙарға, режиссерҙарға, хормейстерҙарға һәм музыкаль башҡарыусыларға бирелә.
Ошо рәүештә Маҡтаулы исем тураһында Положение Рәсәй Федерацияһы Президентының 2010 йылдың 7 сентәбрендәге 1099-сы һанлы «Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары системаһын камиллаштырыу саралары тураһында»ғы указына ярашлы раҫлана[3].
Билдәнең һүрәтләнеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Күкрәккә тағыла торған билдә Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы исемдәре өсөн берҙәм булған 40 мм бейеклектәге һәм 30 мм киңлектәге формала була һәм көмөштән эшләнә. Билдә лавр һәм имән ботаҡтары менән үрелгән оҙонса түңәрәк венок формаһында. Аҫҡы өлөшөндә ботаҡтарҙың остары арҡыс-торҡос тоташтырылған һәм бант менән бәйләнгән. Веноктың үрге өлөшөндә Рәсәй Федерацияһының Дәүләт гербы урынлаштырылған. Веноктың алғы яғының үҙәгендә маҡтаулы исемдең атамаһы яҙылған.
Артҡы яғында күкрәккә тағыла торған билдәне кейемгә беркетеү өсөн булавка бар. Билдә күкрәктең уң яғында йөрөтөлә.
Күсеш дәүере[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Күсеш дәүере 4 йыл дауамында, 1992 йылдың 16 майынан алып 1996 йылдың 1 апреленә тиклем, бара. «РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы» маҡтаулы исеме «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы» маҡтаулы исеменә «Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы» дәүләт атамаһы «Рәсәй Федерацияһы» дәүләт атамаһына күскәндән һуң алыштырыла (РСФСР-ҙың 1991 йылдың 25 декабрендәге 2094-I-се һанлы Законын[4] һәм Рәсәй Федерацияһының 1992 йылдың 21 апрелендәге 2708-I-се һанлы законын ҡарағыҙ[5]). Бөтә маҡтаулы исемдәрҙәге «РСФСР» дәүләт атамаһы «Рәсәй Федерацияһы» тип үҙгәртелә, әммә тик 1995 йылда ғына Рәсәй Федерацияһы Президентының 1995 йылдың 30 декабрендәге 1341-се һанлы указы менән «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы» маҡтаулы исеме булдырыла. Указ үҙ көсөнә ингәнгә тиклем РСФСР-ҙың маҡтаулы исемдәре булдырыу тураһындағы хоҡуҡи акттар ғәмәлдә була.
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Вступил в силу 1 апреля 1996 г.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 30 декабря 1995 года № 1341 «Об установлении почётных званий Российской Федерации, утверждении положений о почётных званиях и описания нагрудного знака к почётным званиям Российской Федерации» 2011 йылдың 25 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 7 сентября 2010 года № 1099 «О мерах по совершенствованию государственной наградной системы Российской Федерации» 2015 йылдың 12 май көнөндә архивланған.
- ↑ Закон РСФСР от 25 декабря 1991 года № 2094-I «Об изменении наименования государства Российская Советская Федеративная Социалистическая Республика» 2013 йылдың 16 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Закон Российской Федерации от 21 апреля 1992 года № 2708-I «Об изменениях и дополнениях Конституции (Основного Закона) Российской Советской Федеративной Социалистической Республики». Данный закон вступил в силу с момента опубликования в Российской газете 16 мая 1992 года.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Щеголев К. А. Современные награды России. Традиции и преемственность. — М.: Вече, 2009. — С. 347. — (История наград). — ISBN 978-5-9533-3696-3.
- Винокуров В. А. Система государственных наград Российской Федерации: история, современность и перспективы развития. — М.: Дело, 2012. — 243 с. — ISBN 978-5-7749-0725-0.
- Гончаров А. И. Наградная система Российской Федерации. — М.: Посев, 2010. — 254 с.