Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған хәрби белгесе

«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған хәрби белгесе» — Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары системаһына ингән почётлы звание.

Исем биреүҙе нигеҙләү

«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған хәрби белгесе» тигән маҡтаулы исем хәрби хеҙмәткәрҙәргә бирелә:

  • илдең оборона һәләтен нығытыуҙа, хәрби кадрҙар уҡытыуҙа һәм тәрбиәләүҙә шәхси ҡаҙаныштары өсөн;
  • ҡоралдарҙы һәм хәрби техниканы файҙаланыуҙа, хеҙмәтләндереүҙә күрһәткән ҡаҙаныштары өсөн;
  • манёврҙарҙы һәм айырым хәрби күнекмә башҡарғанда хәрби әҙерлектә өлгәшкән юғары шәхси күрһәткестәре өсөн.

«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған хәрби белгесе» тигән маҡтаулы исем, ҡағиҙә булараҡ, хәрби хеҙмәт башланғандан 20 йыл үткән наградаға тәҡдим ителгән кешенең федераль дәүләт власы органының ведомство наградалары (дәртләндереүҙәре) булғанда бирелә.

Исем биреү тәртибе

Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы исемдәре Рәсәй Федерацияһы Президенты указдары менән Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Дәүләт наградалары буйынса комиссия тәҡдимдәре һәм бүләкләү тураһында үтенес ҡағыҙын ҡарау һөҙөмтәләре буйынса уға индерелгән тәҡдимдәр нигеҙендә бирелә.

Почётлы исемдең тарихы

«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған хәрби белгесе» маҡтаулы исеме Рәсәй Федерацияһы Президентының 1995 йылдың 30 декабрендәге[1] «Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы исемдәрен билдәләү, маҡтаулы исемдәр тураһында положениеларҙы раҫлау һәм Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы исемдәренә түш билдәһен һүрәтләү тураһында» 1341-се Указ нигеҙендә булдырылған[2]. Шул уҡ указ менән маҡтаулы исем тураһында тәүге Положение ла раҫлана :

«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған хәрби белгесе» тигән маҡтаулы исем 15 йылдан ашыу хеҙмәт иткән хәрби хеҙмәткәрҙәргә илдең оборона һәләтен нығытыуҙағы ҡаҙаныштары, хәрби әҙерлектә, ҡоралдарҙы һәм хәрби техниканы үҙләштереүҙә, файҙаланыуҙа, хеҙмәтләндереүҙә өлгәшкән уңыштары өсөн бирелә.

Маҡтаулы исем тураһындағы Положение хәҙерге күренешендә Рәсәй Федерацияһы Президентының 2010 йылдың 7 сентябрендәге 1099-сы «Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары системаһын камиллаштырыу буйынса саралар тураһында»ғы Указы менән раҫланған[3].

Күкрәккә таға торған билдә

Күкрәккә таға торған билдә Рәсәй Федерацияһының почётлы исемдәре өсөн берҙәм формала, ул бейеклеге 40 миллиметр һәм киңлеге 30 миллиметр дәүмәлендә көмөштән эшләнә. Ул лавр һәм имән ботаҡтары барлыҡҡа килтергән оҙонса түңәрәк венок формаһында. Аҫҡы яғында сатраш урынлашҡан ботаҡ остары бант менән бәйләнгән. Веноктың өҫкө өлөшөндә Рәсәй Федерацияһының Дәүләт гербы урынлашҡан. Йөҙлөк яғының үҙәк өлөшөнә, венокка маҡтаулы исем атамаһы яҙылған картуш һалынған.

Тиҫкәре яғында күкрәккә таға торған билдәне кейемгә беркетеү өсөн булавка бар. Күкрәккә таға торған билдә уң яҡҡа тағыла.

Маҡтаулы исем менән бүләкләнеүселәр

[[Файл:Памятник с бронзовым барельеф-портретом на могиле генерала О.А.Терентьева в ФГУ «ФВМК».JPG|мини|160px|

Рәсәйҙең атҡаҙанған хәрби белгесе генерал-майор

О. А. Терентьев ҡәберендә барельефлы һәйкәл[4],
генерал-майора
О. А. Терентьева[5].
«ФВМК» — Федераль хәрби мемориал комплексы федераль дәүләт учреждениеһы, Мытищи, 2020 йыл

Шулай уҡ ҡара: Категория:Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған хәрби белгестәре

  • Щеголев К.А. Современные награды России. Традиции и преемственность. — М.: Вече, 2009. — С. 365—366. — (История наград). — ISBN 978-5-9533-3696-3.
  • Винокуров В. А. Система государственных наград Российской Федерации: история, современность и перспективы развития. — М.: Дело, 2012. — 243 с. — ISBN 978-5-7749-0725-0.
  • Гончаров А. И. Наградная система Российской Федерации. — М.: Посев, 2010. — 254 с.

Ҡалып:Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы исемдәре