Рәсәй Федерацияһының халыҡ рәссамы
«Рәсәй Федерацияһының халыҡ рәссамы» — һынлы сәнғәт өлкәһендә Рәсәй Федерацияһының иң юғары почётлы исеме булып тора. Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары системаһына инә.
Исем биреүҙе нигеҙләү
«Рәсәй Федерацияһының халыҡ рәссамы» исеме Рәсәй Федерацияһында, сит илдәрҙә киң танылыу алған күренекле һынлы сәнғәт, скульптура, графика, монументаль, биҙәү-ҡулланма, театр, кино һәм телесәнғәт әҫәрҙәре ижад иткән ватан һәм художество мәҙәниәтенә тос өлөш индергән рәссамдарға бирелә.
«Рәсәй Федерацияһының халыҡ рәссамы» тигән маҡтаулы исем, ҡағиҙә булараҡ, «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы» йәки «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» тигән маҡтаулы исем бирелгәндән һуң 10 йыл үткәс бирелә.
Исем биреү тәртибе
Рәсәй Федерацияһы Президенты Халыҡ-ара музейҙар көнө алдынан (18 май) йылына бер тапҡыр «Рәсәй Федерацияһының халыҡ рәссамы» тигән маҡтаулы исем биреү тураһында указ сығара.
Почётлы исемдең тарихы
Рәсәй Федерацияһы Президентының 1995 йылдың 30 декабрендәге[3] «Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы исемдәрен билдәләү, маҡтаулы исемдәр тураһында положениеларҙы раҫлау һәм Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы исемдәренә түшкә таға торған билдәне һүрәтләү тураһында»ғы 130-сы Указы менән «Рәсәй Федерацияһының халыҡ рәссамы» тигән маҡтаулы исем булдырыла[4]. Шул уҡ указ менән маҡтаулы исем тураһында тәүге Положение раҫлана:
Күренекле һынлы сәнғәт, скульптура, графика, монументаль, биҙәү-ҡулланма, театр, кино һәм телесәнғәт әҫәрҙәрен ижад иткән һәм йәмәғәтселектә танылыу яулаған ҙур рәссамдарға «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы» йәки «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» тигән маҡтаулы исем бирелгәндән һуң биш йыл үткәс «Рәсәй Федерацияһының халыҡ рәссамы» тигән маҡтаулы исем бирелә.
Почётлы исем тураһында Положение Рәсәй Федерацияһы Президентының 2010 йылдың 7 сентябрендәге 1099-сы «Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары системаһын камиллаштырыу буйынса саралар тураһында»ғы Указы менән раҫланған[5].
Звание-омоним
Рәсәйҙә 1995 йылдың 30 декабрендә сыҡҡан 1341-се Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы ҡабул ителгәнгә тиклем РСФСР-ҙың почетлы исемдәрен билдәләү тураһында хоҡуҡи акттар ғәмәлдә була. Әммә дәүләт атамаһы «Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы» тигәндән «Рәсәй Федерацияһы» (ҡара: РСФСР 1991 йылдың 25 декабрендәге 2094-I Законы) тип атала башлағандан һуң[6], бөтә почётлы исемдәрҙә лә «РСФСР» һүҙе «Рәсәй Федерацияһы» һүҙбәйләнеше менән алмаштырыла, тимәк, 1943 йылдан ғәмәлдә булған РСФСР халыҡ рәссамы тигән исем хәҙер Рәсәй Федерацияһының халыҡ рәссамы исеменә омоним, әммә хоҡуҡи нигеҙе бүтән булған почётлы исем 1992 йылдан 1996 йылдың 30 мартына тиклем бирелеп килгән.
Күкрәккә тағыла торған билдә
Күкрәккә таға торған билдә Рәсәй Федерацияһының почётлы исемдәре өсөн берҙәм формала — бейеклеге 40 миллиметр һәм киңлеге 30 миллиметр дәүмәлдә, көмөштән эшләнә. Ул лавр һәм имән ботаҡтары барлыҡҡа килтергән оҙонса түңәрәк венок формаһында.
Аҫҡы яғында сатраш урынлашҡан ботаҡ остары бант менән бәйләнгән. Веноктың өҫкө өлөшөндә Рәсәй Федерацияһының Дәүләт гербы урынлашҡан. Йөҙлөк яғының үҙәк өлөшөнә, венокка маҡтаулы исем атамаһы яҙылған картуш һалынған.
Тиҫкәре яғында күкрәккә таға торған билдәне кейемгә беркетеү өсөн булавка бар. Күкрәккә таға торған билдә уң яҡҡа тағыла.
2010 йылдың 7 сентябренән һуң бирелгән «Рәсәй Федерацияһының халыҡ рәссамы» маҡтаулы исемдең күкрәккә таға торған билдәһе алтын менән ялатылған була[5].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 21 февраля 1992 года № 169
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 18 мая 2022 года № 290
- ↑ Указ № 1341 вступил в силу 1 апреля 1996 г.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 30 декабря 1995 года № 1341 «Об установлении почётных званий Российской Федерации, утверждении положений о почётных званиях и описания нагрудного знака к почётным званиям Российской Федерации»
- ↑ 1 2 Указ Президента Российской Федерации от 7 сентября 2010 года № 1099 «О мерах по совершенствованию государственной наградной системы Российской Федерации»
- ↑ Закон РСФСР от 25 декабря 1991 года № 2094-I «Об изменении наименования государства Российская Советская Федеративная Социалистическая Республика» 2013 йылдың 16 октябрь көнөндә архивланған.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Әҙәбиәт
- Щеголев К.А. Современные награды России. Традиции и преемственность. — М.: Вече, 2009. — С. 347. — (История наград). — ISBN 978-5-9533-3696-3.
- Винокуров В. А. Система государственных наград Российской Федерации: история, современность и перспективы развития. — М.: Дело, 2012. — 243 с. — ISBN 978-5-7749-0725-0.
- Гончаров А. И. Наградная система Российской Федерации. — М.: Посев, 2010. — 254 с.