Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы
Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы (рус. Министерство культуры Российской Федерации, Минкультуры РФ) — Рәсәй Федерацияһы башҡарма хакимиәтенең дәүләт органы. Мәҙәниәт, сәнғәт, кинематография һәм архив эше өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен әҙерләү һәм норматив-хоҡуҡи көйләү эштәрен тормошҡа ашырыу менән шөғөлләнә.
2008 йылдың 12 майында Рәсәй Федерацияһы киң күләм коммуникациялар һәм мәҙәниәт министрлығы нигеҙендә булдырылған.[2]
Бойондороҡло ойошмалар
- Федераль архив агентлығы (Росархив);
- Туризм буйынса федераль агентлығы (Ростуризм).
Вәкәләте
Мәҙәниәт министрлығы үҙаллы рәүештә : мәҙәниәт, сәнғәт, кинематография, авторлыҡ хоҡуғы, мәҙәниәт мираҫы, туризм, халыҡ-ара мәҙәни һәм мәғлүмәти хеҙмәттәшлек мәсьәләләре буйынса хоҡуҡи көйләү менән шөғөлләнә, шулай уҡ норматив акттар проекттарын әҙерләй һәм тикшереүгә сығара.
Структураһы
- Сәнғәткә һәм халыҡ ижадына дәүләт ярҙамы департаменты
- Кинематография һәм модернизация программалары департаменты
- Мәҙәниәт мираҫы департаменты
- Фән һәм мәғариф департаменты
- Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек департаменты
- Иҡтисад һәм финанстар департаменты
- Милеккә идара итеү һәм инвестиция сәйәсәте департаменты
- Туризм һәм региональ сәйәсәт департаменты
- Мәҙәниәт мираҫы даирәһендә контроль, күҙәтеү һәм лицензия биреү департаменты
- Норматив-хоҡуҡи департамент
- Контроль һәм кадрҙар департаменты
- Административ департамент
- Дәүләт серен һаҡлау һәм мобилизацион әҙерлек бүлеге
Иҫкәрмәләр
Тышҡы һылтанмалар
- Рәсми сайт 2019 йылдың 7 март көнөндә архивланған.