Рәсәй Федерацияһы Таможня хеҙмәткәрҙәре көнө
Рәсәй Федерацияһы Таможня хеҙмәткәрҙәре көнө — Рәсәй Федерацияһы таможняһының барлыҡ хеҙмәткәрҙәренең дәүләт һөнәри байрамы. Был көн Рәсәйҙә йыл һайын 25 октябрҙә билдәләнә[1].
Тарихы һәм байрам ителеүе
«Рәсәй Федерацияһы Таможня хеҙмәткәрҙәре көнө» — сағыштырмаса йәш һөнәри байрам, ул Советтар Союзы тарҡалғандан һуң 1995 йылдың 4 авгусында Рәсәйҙең беренсе президенты Борис Николаевич Ельциндың 811-се «Рәсәй Федерацияһы Таможня хеҙмәткәрҙәре көнөн булдырыу тураһында» Указына ярашлы барлыҡҡа килә[2]. Элегерәк СССР-ҙа «совет таможня хеҙмәткәре көнө» була һәм ул 29 майҙа билдәләнә (хәҙер ул «Таможня хеҙмәте ветерандары көнө»)[3].
Рәсәй президенты Борис Ельциндың Таможня хеҙмәткәрҙәре көнөн 25 октябрҙә байрам итергә ҡарар итеүе осраҡлы түгел, сөнки 1653 йылда Рус батшалығында беренсе тапҡыр Берҙәм сауҙа уставы ҡулланыла. Ул батша Алексей Михайлович Романовтың «Мәскәүҙә һәм ҡалаларҙа ниндәй тауарҙан күпме алынғанын күрһәтеп таможня пошлинаһын алыу» тураһындағы указына нигеҙләнә[4].
2006 йылда, Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Рәсәй Федерацияһы Таможня хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы тәбрикләүендә түбәндәгеләрҙе белдерә:
Хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ветерандарҙы һөнәри байрамдары — Таможня хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым. Уҙған 11 йылда Рәсәйҙең Федераль таможня хеҙмәте иҡтисади именлекте нығытыуға, илдең милли мәнфәғәттәрен яҡлауға лайыҡлы өлөш индерҙе. Бөгөн ул хаҡлы рәүештә тышҡы сауҙаны дәүләт көйләүенең, бюджет килемен тултырыуҙың һөҙөмтәле механизмы булып тора.
Был ҙур булмаған өҙөмтә таможняның хәҙерле ысынбарлыҡтағы әһәмиәтен асыҡ күрһәтә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
• Халыҡ-ара таможня хеҙмәткәрҙәре көнө
• Федераль таможня хеҙмәте.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 25 Октября. День таможенника Российской Федерации Архивная копия от 4 ғинуар 2011 на Wayback Machine
- ↑ Указ Президента РФ от 4 августа 1995 г. N 811 «Об установлении Дня таможенника Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 апрель 2019. Архивировано из оригинала 24 апрель 2019 года.
- ↑ 29 мая — День ветеранов таможенной службы: история и традиции праздника
- ↑ Кулешова С.Ю. Торговый устав 1653 года. museum.customs.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 октябрь 2017. Архивировано 27 октябрь 2017 года.