Рәсәй гербы

Рәсәй гербы — Рәсәй Федерацияһының рәсми дәүләт символы[2]; Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагы һәм Рәсәй Федерацияһының дәүләт гимны менән бер рәттән Рәсәйҙең төп дәүләт символдарының береһе. Хәҙерге герб Рәсәй Федерацияһы Президентының 1993 йылдың 30 ноябрендәге 2050-се Указында раҫланған[1].

Рәсәй Федерацияһының дәүләт гербы дүрт мөйөшлө, аҫҡы мөйөштәрен түңәрәкләп, осонда осло ҡыҙыл геральдик ҡалҡандан ғибәрәт, уның осонда ҡанаттарын өҫкә күтәргән ике башлы алтын бөркөт ҡуйылған. Бөркөттәр башында ике бәләкәй таж һәм таждар өҫтөндә таҫма менән тоташтырылған бер ҙур таж ҡуйылған. Бөркөттөң уң тәпейендә скипетр, һул тәпейендә — держава. Бөркөт күкрәгендә, ҡыҙыл ҡалҡанда, көмөш ат өҫтөндә зәңгәр плащ кейгән көмөш һыбайлы төшөрөлгән, һыбайлы аждаһаны бәреп төшөргән һәм һөңгө менән ҡаҙап тора[2].

Тарихы

Рәсәй Федерацияһы гербы

1990 йылдың 5 ноябрендә РСФСР Министрҙар Советы яңы дәүләт флагы һәм РСФСР гербы булдырыу буйынса эште ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итә. РСФСР Министрҙар Советы ҡарамағындағы архив эштәре буйынса комитетына яңы дәүләт символдары концепцияһын әҙерләргә һәм РСФСР мәҙәниәт Министрлығы менән берлектә РСФСР-ҙың яңы дәүләт гербы һәм флагы проекттарын булдырырға ҡушыла[4][5].

1991 йыл башында РСФСР-ҙың яңы дәүләт символдарын булдырыу буйынса комиссия ҡарауына бер нисә проект, шул иҫәптән шундай гибрид варианттар тәҡдим ителә: РСФСР гербының геральдик ҡалҡанында тажһыҙ, титул гербтары һәм башҡа атрибуттары булмаған алтын йәки көмөш ике башлы бөркөт һүрәтләнергә тәҡдим ителә (1917 йылғы Ваҡытлы хөкүмәт осоро гербы проекты), ә геральдик ҡалҡанды арыш башаҡтарынан таж менән уратып алырға йәки «берҙәмлек һәм суверенитет» девизы менән таҫма менән бәйле ҡайын ботаҡтары тәҡдим ителә[комм. 1][6][5][7]. Тәҡдимдәрҙе ҡарау йомғаҡтары буйынса РСФСР министрҙар Советының архив эштәре Буйынса Комитеты ҡыҙыл ҡырҙа ике башлы алтын бөркөт ҡулланырға тәҡдим итә[8], !ммә РСФСР юғары Советына тейешлә закон проекттарын индереү РСФСР президентын һайлау кампанияһы тамамланғанға тиклем кисектерелә. Өс төҫлө дәүләт флагы 1991 йылдың ноябрендә РСФСР халыҡ депутаттары съезы тарафынан раҫлана, герб үҙгәрешһеҙ ҡала.

Хәҙерге Рәсәйҙә коммунистик символикалы иҫке совет гербын ҡулланыу идеологик яҡтан ҡапма-ҡаршылыҡлы була, шуға күрә яңы дәүләт символдарын булдырыу буйынса эш дауам итә. 1990 йылдарҙа Хөкүмәт һәм Дәүләт думаһы депутаттары тәҡдим иткән гербтың төрлө проекттары, уның тасуирламаһы буйынса фекер айырымлыҡтары арҡаһында, хуплау тапмай. Бер нисә тапҡыр төҙәтеүҙәр яһағандан һуң, 1993 йылда гербтың ике варианты тәҡдим ителә, уларҙың береһе Рәсәй Федерацияһының хәҙерге символына әйләнә.

Рәсәй президенты Б. Ельциндың 1993 йылдың 30 ноябрендәге указына ярашлы дәүләттең тарихи символикаһын тергеҙеү маҡсатында Рәсәй Федерацияһының Дәүләт гербының яңы тасуирламаһы һәм һүрәте раҫлана. Герб ҡыҙыл ҡалҡанда ике башлы алтын бөркөт, уның өҫтөндә Бөйөк Петрҙың өс тажы урынлаштырыла. Бөркөт тәпейҙәрендә скипетр һәм держава тотҡан, ә күкрәгендә һөңгө менән аждаһаны һуҡҡан һыбайлы һүрәтләнгән. Был герб Рәсәйҙең рәсми дәүләт символы сифатында раҫлана. Ҡалҡанға өҫтәп, герб шулай уҡ ике башлы бөркөт төп фигураһы рәүешендә ҡулланыла ала. Был герб 2000 йылдың 25 декабрендә федераль конституцион закон менән нығытыла, ул шулай уҡ уны ҡулланыу ҡағиҙәләрен билдәләй. Рәсми булмаған трактовкаға ярашлы, гербтағы өс таж бөтә Рәсәй Федерацияһының һәм уның өлөшөнөң суверенитетын символлаштыра, ә держава менән скипетр дәүләт власын кәүҙәләндерә.

Иҫкәрмәләр

  1. В начале 1990-х годов было высказано множество самых разнообразных, в том числе и весьма экзотических, предложений по поводу изображения герба России. Так, в качестве государственного герба, среди прочего, предлагалось изобразить всадника («ездца»), стилизованные башни Московского Кремля, знак Рюриковичей, девушку в кокошнике, медведя, лебедя и др. Был также вариант сохранить старый герб РСФСР, убрав с него пятиконечную звезду, а вместо серпа и молота поместить ласточку (либо просто солнечные лучи).
  1. 1 2 Указ Президента России от 30.11.1993 № 2050 — Викитека. ru.wikisource.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ноябрь 2021. Архивировано 17 ноябрь 2021 года.
  2. 1 2 3 4 5 О Государственном гербе Российской Федерации: Федеральный конституционный закон от 25.12.2000 № 2-ФКЗ // Собрание законодательства РФ. 2000. № 52. Ст. 5021.
  3. К истории возрождения геральдической службы России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 ноябрь 2021. Архивировано 18 ноябрь 2021 года.
  4. Флаги России. VEXILLOGRAPHIA. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 июнь 2012. Архивировано 25 июнь 2012 года.
  5. 1 2 Герб Российской Федерации. www.heraldicum.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 ноябрь 2021. Архивировано 26 ғинуар 2021 года.
  6. Государственный герб России как проблема исторического знания. Геральдика.ру. geraldika.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ноябрь 2021. Архивировано 17 ноябрь 2021 года.
  7. Новые-старые цвета России, или Как возвращали орла. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ноябрь 2021. Архивировано 25 ноябрь 2021 года.
  8. Журнал «Родина»: Вернисаж. Архивировано из [www.istrodina.com/gerb1.php3 оригинала] 3 ғинуар 2013 года.

Категориялар