Рәсәй гидрометеорология хеҙмәте көнө
Рәсәй гидрометеорология хеҙмәте көнө (рус. День работников гидрометеорологической службы России) — гидрометеорология хеҙмәте өлкәһендә эшләгән хеҙмәтсәндәрҙең һөнәри байрамы. Ул һауа торошон, атмосфера, гидросфера һәм климат торошон өйрәнеү һәм күҙаллау менән шөғөлләнгән белгестәрҙең йәмғиәт өсөн мөһим ролен билдәләй.
Был байрам гидрометеорология өлкәһендә эшләүселәрҙең барыһын да берләштерә һәм уларҙың эше илдең тотороҡло үҫеше һәм граждандарҙың именлеге өсөн мөһимлеген иҫкә төшөрә.
Байрамдың тарихы
Рәсәйҙә 2008 йылдан алып йыл һайын 23 мартта билдәләнә. Рәсәй Федерацияһы Президентының 2008 йылдың 19 майындағы «Гидрометеорология хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре көнө тураһында» 812-се Указы менән билдәләнгән[1] Һәм Бөтә донъя метеорология көнөнә арнала.
Бөтә донъя метеорология көнөн беренсе тапҡыр 1961 йылда билдәләйҙәр. Был көндө 1947 йылдың сентябрендә раҫланған, Бөтә донъя метеорология конвенцияһы көсөнә ингәндән һуң, 1950 йылда барлыҡҡа килгән Бөтә донъя метеорология ойошмаһы (ВМО) ойошторолғандан һуң 11 йыл үткәс билдәләй башлайҙар[2].
1934 йылдың 23 мартында СССР-ҙың Гидрометеохеҙмәттең төп идаралығы ойошторола, һуңынан Федераль гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү хеҙмәте (Росгидромет) тип үҙгәртелә.
Был өлкәнең хеҙмәткәрҙәре атмосфера, гидросфера һәм климаттың торошо тураһындағы мәғлүмәттәр йыйыу, анализлау һәм фаразлау менән шөғөлләнәләр. Уларҙың эше халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү, шулай уҡ ауыл хужалығы, транспорт һәм төҙөлөш кеүек төрлө эшмәкәрлекте планлаштырыу өсөн мөһим.
Был көндө традицион рәүештә тантаналы саралар үткәрелә, унда гидрометеорология хеҙмәттәре хеҙмәткәрҙәренең ҡаҙаныштары билдәләнә, тармаҡ үҫешенә индергән өлөшө өсөн наградалар һәм рәхмәт хаттары тапшырыла. Шулай уҡ метеорология һәм климатологияның көнүҙәк мәсьәләләренә арналған конференциялар һәм семинарҙар ойошторола.[3]
Иҫкәрмәләр
- ↑ Указ Президента РФ от 19 мая 2008 г. N 812 "О Дне работников гидрометеорологической службы". garant.ru (19 май 2008). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 октябрь 2023.
- ↑ Всемирный метеорологический день и день работников Гидрометеорологической службы России. Гидрометцентр России (22 март 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 октябрь 2023.
- ↑ Юбилейные события. Росгидромет.
Һылтанмалар
- Официальный сайт службы
- Обзор состояния и загрязнения окружающей среды в Российской Федерации
- Официальный сайт Главного Вычислительного Центра РОСГИДРОМЕТа
- Официальный сайт Всероссийского научно-исследовательского института гидрометеорологической информации — Мирового центра данных (ВНИИГМИ-МЦД) Росгидромета
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |