Сабыртмалы тиф
Сабыртмалы тиф — эпидемик сабыртмалы тиф, кешенең киҫкен инфекцион ауырыуы. Rickettsia Prowazekii тыуҙыра. Беренсел һәм рецидив (Брилл ауырыуы) сабыртмалы тифтан айырыла.
Ауырыу барышының осорҙары
Башланғыс (4—5 көн), көсәйеү (4—12 көн), һауыға башлау (2—4 аҙна). Сабыртмалы тиф йөрөтөүселәрҙең (кейем һәм баш беттәре)эсәктәренән сыҡҡан бүлендектең кеше тәнен тырнағанда уның лайлалы тиресәһенә эләгеүенән йоға. Тыуҙырыусылар ҡан тамырҙарының эндотелиаль күҙәнәктәрен (некроз, тромбоз үҫешә), нервы (менингоэнцефалит) һәм йөрәк‑ҡан тамырҙары системаларын зарарлай. Инкубация осоро 6—21 көн дауам итә.
Төп билдәләре
Тән темпкратураһының 39—40°С тиклем күтәрелеүе, тән тиреһенә розеолёз-петехиаль сабыртма таралыуы, көслө баш ауыртыу, психомотор ҡуҙғыу һ.б. Диагностика өсөн клиник-эпидемиологик һәм лаборатория (серологик) тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау медикаментоз (антибактериаль, кардиотроп, седатив һ.б. препараттар).
Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр
Пневмония, тромбоэмболия, миокардит һ.б.
Иҫкәртеү
Педикулёзға ҡаршы көрәш.
Һылтанмалар
- Тиф сыпной — Кругосвет энциклопедияһынан
- Эпидемический сыпной тиф (typhus exanthematicus). health.centrmia.gov.ua. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 ғинуар 2015. 2015 йылдың 22 ғинуар көнөндә архивланған.
Сабыртмалы тиф // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.