Саламатов Георгий Тимофеевич

Саламатов Георгий Тимофеевич (6 май 1923 йыл — 23 сентябрь 2013 йыл) — эшсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой. Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1943, 1945).

Биографияһы

Георгий Тимофеевич Саламатов 1923 йылдың 6 майында Башҡорт АССР-ының Белорет ҡалаһында тыуа. 1943 йылда (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса 1942 йылдың 2 ғинуары[1]) Белорет ҡала хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 14-се айырым гвардия сапер эскадроны саперы булып хеҙмәт итә[2]. Еңеүҙе Берлинда ҡаршылай. Һуғыш тамамланғандан һуң хәрби хеҙмәтте Кавказда үтә. Демобилизациянан һуң Белорет ҡалаһына ҡайта, Белорет металлургия комбинатынЫҢ автотранспорт цехында эшләй[3].

Ветеран 2013 йылдың 23 сентябрендә Белорет ҡалаһында вафат була.