Сафиуллин Хәләф Ғата улы

Хәләф Ғата улы Сафиуллин (рус. Сафиуллин, Халяф Гатеевич; 1921 йылдың 20 марты, Сәлих, Алкин ауыл Советы1965 йылдың 13 апреле, Баҡы, Әзербайжан Совет Социалистик Республикаһы) — совет балет артисы, балетмейстер һәм педагог. РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1955), Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1949).

Биография

Салих ауылында, Өфө кантоны Өфө губернаһында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы) күп балалы ғаиләлә тыуған. 1920-се йылдар аҙағында ғаилә Өфө ҡалаһына күсенә.

1941 йылда Ленинград хореография училищеһын (хәҙерге А. Я. Ваганова исемендәге Рус балеты академияһы; педагогтары А. А. Писарев, А. И. Пушкин, А. В. Ширяев) тамамлай. 1941 йылдан — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы[1].

1960–1964 йылдарҙа театр ҡарамағындағы балет студияһын етәкләй, педагогик эшмәкәрлек алып бара.

1960 йылда «Сыңрау торна» фильм-балетында Арсланбай ролен башҡара[2].

Баҡы ҡалаһында Бөтә Союз балетмейстерҙары кәңәшмәһе ваҡытында вафат була. Өфөлә ерләнгән.

Ижады

Төп партиялары

  • Франц (“Коппелия”; дебют),
  • Нур (“Зөһрә”, Н.Ғ.Йыһанов),
  • Жан де Бриен (“Раймонда”, А.К.Глазунов),
  • Альберт (“Жизель”, А.Адан),
  • Франц (“Зәңгәр Дунай” — “Голубой Дунай”, И.Штраус) һ.б.
  • Йомағол (“Сыңрау торна”),
  • Зигфрид (“Аҡҡош күле” — “Лебединое озеро”, П.И.Чайковский),
  • Тимерғол (“Тау риүәйәте” — “Горная быль”, А.С.Ключарёв),
  • Фрондосо (“Лауренсия”, А.А.Крейн),
  • Ли Шан Фу (“Ҡыҙыл мәк” — “Красный мак”, Р.М.Глиэр)

Ҡуйылыштары

  • «Горная быль» А. С. Ключарёв (1951);
  • «Буратино» Н. Г. Сабитов (1960).

Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре

  • «Почёт Билдәһе» ордены (1946);
  • Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1949);
  • РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1955)[3].

Иҫкәрмәләр

  1. Башкирский государственный театр оперы и балета. Сафиуллин Халяф Гатеевич. БГТОиБ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июнь 2026.
  2. Жиленко Н. Душа башкирского балета. Ватандаш (2006). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июнь 2026.
  3. Сафиуллин Халяф Гатеевич. bashenc.online. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июнь 2026.

Әҙәбиәт

  • Хайруллин Р. Башҡортостандың балет сәнғәте оҫталары. — Өфө, 1963.
  • Сафиуллин Халяф Гатеевич // Башҡортостан: Ҡыҫҡа энциклопедия. — Өфө, 1996. — 519-сы б.
  • Сафиуллин Халяф Гатеевич: Биография // Шишмәләр — яҡты шишмәләр иле. — Өфө: Восточная печать, 2004. — 231–232-се бб.