Серб Республикаһы Гербы
Серб Республикаһы эмблемаһы — 2008 йылдың 15 июлендә ҡабул ителә. Герб дәүләт флагының төҫтәренән торған түңәрәк өҫтөнә һалынған үрелгән алтын Р һәм С хәрефтәрен кәүҙәләндерә. Түңәрәкте аҫҡы өлөшөндә флаг төҫөндәге үрелгән таҫмалары булған алтын имән япраҡтары урата һәм король тажы менән ослана. Әйләнә тирәләй ике телдә Серб Республикаһы тип яҙылған. Аҫта Босния урта быуат Котроманичтар династияһының король тажы һүрәтләнә.
Иҫке герб
Гербты ҡабул итеү
Босния һәм Герцеговинаның Конституцион суды Серб Республикаһының иҫке гербын конституцион тип танымай[1], Серб Республикаһы[2] хөкүмәтенең 2007 йылдың 16 июненән герб урынына Серб Республикаһы Эмблемаһын ҡулланыуы, һәм ул 2008 йылда яңы герб менән алмаштырылыуы тураһында закон сығара.
Серб Республикаһының Народная скупщинаһы 2008 йылдың 15 июлендә урта быуаттарҙа хаким булған Неманичтар династияһы гербына нигеҙләнгән Серб Республикаһының яңы гербы тураһында ҡарар ҡабул итә.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Отчет о заседании Конституционного суда Боснии и Герцеговины 2013 йылдың 15 ғинуар көнөндә архивланған.
- ↑ Закон на сайте народной скупщины РС 2007 йылдың 8 декабрь көнөндә архивланған.