Скрипко Николай Семёнович

Скрипко Николай Семенович (5 декабрь (22 ноябрь) 1902 йыл, Лифляндия губернаһы, хәҙерге Латвияның Рига ҡалаһы ситендә Болдерая биҫтәһе, Больдераа ауылы, — 5 декабрь 1987, Мәскәү) — совет хәрби эшмәкәре, авиация маршалы[1] (19 август 1944). КПСС-тың Үҙәк Ревизия комиссияһы ағзаһы (1961—1966).

Граждандар һуғышы

Ҡыҙыл армияла 1919 йылдан. Граждандар һуғышында пехотала рядовой, һуңынан Алыҫ Көнсығышта артиллерияла кесе командир була, атаман Г. М. Семенов ғәскәрҙәренә, япон и нтервенттарына, Алыҫ Көнсығышта аҡ хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша. Спасскиҙы штурмлауҙа һәм Владивосток һөжүм операцияһында ҡатнаша, бының өсөн Ҡыҙыл байраҡ ордены менән наградлана.

Һуғыштар араһындағы осор

Һуғыш бөткәндән һуң хеҙмәтен Алыҫ Көнсығышта дауам итә, элемтә хеҙмәте һәм гаубица артиллерия дивизионы разведкаһы начальнигы була. 1923 йылда хәрби күнекмәләрҙә самолетта күҙәтеүсе сифатында оса һәм шунан һуң авиацияға күсергә ҡарар итә. 1924 йылда күсеүгә өлгәшә һәм Ленниград хәрби-теоретик авиация мәктәбенә уҡырға ебәрелә. Уны 1925 йылда тамамлай һәм самолет менән идара итеүҙе үҙләштереү өсөн А. Ф. Мясников исемендәге 1-се осоусылар хәрби мәктәбенә ебәрелә. Унда 1927 йылға тиклем уҡый. Зиновьевскиҙа 7-се авиация бригадаһының 36-сы еңел бомбардировка авиация эскадртльяһында кесе осоусы булып хеҙмәт итә. 1928 йылдан — Борисоглебск 2-се осоусылар авиация мәктәбендә: инструктор, уҡыу звеноһы, отряд һәм эскадрилья командиры була. 1934 йылдан — Ырымбурҙа авиация мәктәбе осоусыларын әҙерләү буйынса бүлек начальнигы, һуңынан ошо бүлек базаһында Волга буйы хәрби округының Хәрби-Һауа көстәре авиация бригадаһы командиры.

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ Скрипко Николай Семёнович // Военная энциклопедия / П. С. Грачёв. — Москва: Военное издательство, 2003. — Т. 7. — С. 504. — ISBN 5-203-01874-X.

Сығанаҡтар

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар