Смирнов тыҡрығы (Таганрог)

Смирнов тыҡрығы — Таганрогтың тарихи үҙәк өлөшөндәге тыҡрыҡ. Фрунзе урамынан башлана (Ихтилал майҙаны) һәм ҡала буйлап төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа, диңгеҙ ярына тиклем һуҙыла. Оҙонлоғо 2580 метр. Өйҙәргә номерҙар ҡуйыу Фрунзе урамынан башлана. Трамвай юлы Фрунзе урамынан Инструмент урамына тиклем һалынған[1].

Тарихы

Тыҡрыҡҡа исемде 1922 йылда, эшсе-большевик В. С. Смирнов хөрмәтенә биргәндәр. Унан алдағы Кладбищенский исеме менән тыҡрыҡ, унан алыҫ түгел урынлашҡан Боронғо ҡала зыяраты менән бәйле аталған (1971 йылда ерләү өсөн ябылған)[2]. Элегерәк тыҡрыҡ Барьер тип аталған, ә немец оккупацияһы ваҡытында — Севастополь тыҡрығы.

Тыҡрыҡ буйынса урынлашҡан

Һәйкәл

  • Смирнов тыҡрығы һәм Александр урамы киҫешкән урында В. С. Смирнов бюсы ҡуйылған. Һәйкәлдең беренсе варианты 1958 йылдың ғинуарында, ҡалала совет власы урынлаштырылыуҙың 40-йыллығына арнап асыла. Бюстың авторы — скульптор В. В. Руссо. 1980 йылда бюсты яңыһына, скульптор Б. Чаркин эшләгәненә алмаштыралар[8].

Сығанаҡтар

  1. Энциклопедия Таганрога. — Таганрог: Антон, 1998. — 624 с.
  2. Киричек М. С. По ладоням твоих площадей. — Таганрог: Лукоморье, 2007. — 166 с.
  3. Сазонова Е. Все цвета «Радуги» // Таганрогская правда. — 2013. — 17 мая.
  4. Киричек М. С. «Таганрог-Молоко» ОАО // Таганрог. Энциклопедия. — Таганрог: Антон, 2008. — С. 666.
  5. Стерх А. Круглый дом. Правда и вымысел // Город. — 1998. — 10 февр.
  6. Найговзин Л. И. Из истории таганрогского трамвая // Вехи Таганрога. — 2007. — № 33.
  7. Киричек М. С. «Кирпичник», ООО // Таганрог. Энциклопедия. — Таганрог: Антон, 2008. — С. 390.
  8. Киричек М. С. Их именами названы улицы. — Таганрог: Лукоморье, 2009. — 154 с.

Категориялар