Смолин мәмерйәһе

Смолин мәмерйәһе — Свердловск өлкәһендәге мәмерйә. Өлкә әһәмиәтендәге геоморфологик һәм геологик тәбиғәт ҡомартҡыһы[3]. Мәмерйә эзбизташтар ҡатламында карст процестары һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән һәм төрлө йүнәлештәге соҡорҙар һәм коридорҙар системаһынан ғибәрәт[4]

Өйрәнеү 1890 йылдар аҙағынан алып барыла. 2015 йылға ҡарата мәмерйәнең өйрәнелгән юлдарының дөйөм оҙонлоғо яҡынса 890 метр тәшкил итә[1].

Урынлашауы

Свердловск өлкәһенең көньяҡ өлөшөндә Каменск ҡала округында Иҫәт йылғаһының уң ярында Бекленищев ауылынан ике километр түбәндә урынлашҡан. Мәмерйә Иҫәткә барып сыҡҡан Ҡоро ярҙың уң яғында, ярҙан 150 метр алыҫлыҡта урынлашҡан. Сухоложск-Каменск карст районына ҡарай[5][6].

Тасуирламаһы

Мәмерйә

Мәмерйәнең тасуирламаһы һәм картаһы беренсе тапҡыр 1895 йылда «Записки УОЛЕ» китабының XV томында, 1-се сығарылышындаа баҫылып сыға. Эште Урал крайҙы өйрәнеүсе Василий Григорьевич Олесов башҡара, ул мәмерйәгә 1852, 1858 һәм 1890 йылдарҙа килә[7]. Әммә уның һыҙған планы бер дөрөҫ булмай, шулай уҡ пландың вертикаль проекцияһы ла булмай. 1962 йылда Урал педагогия университетының Свердловск спелеосекцияһы тарафынан ҡабаттан төшөрөлгән. Тәүге план аныҡлана һәм киңәйтелә[5].

Мәмерйә тирәһендә эзбизташтарҙа бер нисә «ялған инеү урыны» бар. Мәмерйәгә инеү урыны ҡулауыҡтың яғында 12 метр бейеклектә урынлашҡан. Был кимәлдә өҫтән һәм ҡабырғаларынан эзбизташ менән ҡапланған ҙур булмаған майҙансыҡ барлыҡҡа килгән. Тәрәнлектә вертикаль ярыҡ бар, шул мәмерйәгә инеү урыны булып тора. Инеү урыны тар, әммә бер нисә метрҙан киңәйә һәм тулы ҡиәфәттә торорға мөмкинлек бирә. Инеү урынынан ун метр алыҫлыҡта уң яҡта түбән ярыҡ бар. Ул мәмерйәнең көньяҡ өлөшөнә өс ҡатлы тармаҡлы ҡыуышлыҡҡа алып бара. Мәмерйәнең был өлөшө ҡалған өлөшөнән ҡорораҡ һәм 1,5—2° градусҡа йылыраҡ. Инеү урынынан 25 метр алыҫлыҡта 25х7 метр ҙурлыҡтағы һәм 3-4 метр бейеклектәге «Оло келья» мәмерйәһе урынлашҡан[5].

«Оло келья» мәмерйәһенән төньяҡ йүнәлештә (һулға) ике тармаҡ бара. Беренсе юл «Тамуҡ юлы» тип атала һәм тар горизонталь торбанан ғибәрәт. Был хәрәкәттә уның ауышлығы яйлап арта һәм 45° түбәнгә төшә. Йөрөү урыны диаметры метрға тиклем тарая. Тартбының стеналары шыма һәм таҙа. Был форма яҙғы ташҡын менән бәйле, ташҡын юлын шымарта. Балсыҡ һәм ваҡ таштар менән ҡапланған урында торба тамамлана. Торбаның урта өлөшөнән горизонталь яҡҡа тармаҡ китә. Был арауыҡ ҡатлам-ара ярыҡта ҙур булмаған соҡор менән тамамлана, уның төбөндә лә балсыҡ ҡатламдары бар[5].

"Оло келья"нан төньяҡ-көнсығыш йүнәлештә «Һул яҡ юл» урынлашҡан, уның оҙонлоғо 45 метрға етә. "Оло келья"нан көнсығыш йүнәлештә (туранан) «Фавор мәмерйәһе» урынлашҡан. Был ҙурлығы буйынса икенсе мәмерйәһе. Диаметры 10 метрға етә. Артабан был йүнәлештә «Алтарь мәмерйәһе» урынлашҡан. Ул түңәрәк периметрлы һәм көмбәҙле көмбәҙле залдан ғибәрәт. Артабан көнбайышҡа балсыҡлы ҡоҙоҡ алып сыға. Ул әкренләп тарая һәм үтеп сыҡҡыһыҙ була. Инеү кимәле менән бейеклек айырмаһы 32 метрға етә[5].

Мәмерйәнең күп өлөшө ҡоро, тик төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә бәләкәй генә шишмә бар. Бер нисә урында тамсылар тама. Мәмерйәнең иҙәне балсыҡ менән ҡапланған. Һауа температураһы даими һәм 4-5,5°[5][8].

Мәмерйәлә кешеләр ҡалдырған эҙҙәр һаҡланған: ҡайһы бер урындарҙа баҫҡыстар уйып эшләнгән, таштан терәүҙәр ҡуйылған. 1890 йылдарҙа мәмерйә монахтар тарафынан йыһазландырылған тигән дәлилдәр бар. Бының файҙаһына мәмерйәләрҙең атамалары һөйләй. Олесовтың беренсе отчетынан алып беҙҙең көндәргә тиклем мәмерйә әллә ни үҙгәрешһеҙ һаҡланған. Олесов үҙенең отчетында яҙған мәмерйәнең осо ер өҫтөнә сығыуы раҫланмай[5].

Телгә алыуҙар

1889 йылда Войтехов С. «Екатеринбург аҙналығы» гәзитендә Смолин мәмерйәһенә сәйәхәтен шулай һүрәтләй:

« Бүлмәләрҙең береһенең өҫкө өлөшө сиркәү көмбәҙҙәрен хәтерләтә. Һулда тар тишек яһалма рәүештә яһалған келәткә алып сыға. Ингән урындан 5-10 сажень алыҫлығында беҙ Алтарь тип аталған ҙур бүлмәне таптыҡ; бүлмәлә ағас тәре тора, ә стеналарҙа ла нурҙарын таратыусы тәреләр ҡуйылған эллиптик формалағы уйыуҙар эшләнгән. Алтарь бейеклеге ярайһы уҡ ҙур; иҙәндән өс сажин бейеклектә стеналағы тишекте күрҙек. Был юл «Күккә»тип атала
«Екатеринбургская неделя», 1889 год
»

Урындағы фольклорҙа «Буркан һәм Смолин мәмерйәһе тураһында әкиәт» бар[9].

Фауна

XX быуат уртаһына тиклем мәмерйәлә Европала иң ҙур ярғанаттар (һыу төнгөһө) йәшәгән. В. Г. Колесов билдәләүенсә, ҡышлау өсөн тиҫтәләрсә мең ярғанат ҡалған. XX быуат уртаһынан хәл үҙгәрә: мәмерйәгә килеүселәрҙең һиҙелерлек артыуы популяцияның кәмеүенә килтерә. В. Н. Большаков мәғлүмәттәре буйынса, 1960 йыл аҙағынан 1961 йылдың апреленә торошло ҡышлаусылар һаны алты тапҡырға тиерлек кәмей. 1974 йылдың ҡышында мәмерйәгә килгән Урал тау институты студенттары унда ни бары 15 ярғанатты иҫәпләгән. Популяция кәмеүенең төп сәбәбе — килгән туристар ярғанаттарҙы уята йәки үҙҙәре менән алып китә[10][5].

Тирә яғы

2004 йылдың 20 авгусында Смолин мәмерйәһе янында 2.5 метр бейеклектәге Поклонный тәреһе ҡуйыла[11][8].

Туризм

Мәмерйә туристар өсөн популяр урын булып тора. Килеү өсөн махсус әҙерлек һәм ҡорамалдар талап ителмәй. Спорт яғынан да әҙерлекһеҙ төркөмдәр өсөн хәүефһеҙлек техникаһының талаптары ябай. «Тамуҡҡа юл» ҡоҙоғона төшкәндә бау ҡулланыла. Тораҡ пункттарҙың яҡынлығы һәм үҫешкән инфраструктураһы мәмерйәгә йәмәғәт транспортында ла, шәхси транспортта ла барып етергә мөмкинлек бирә[1][8].

Галерея

Әҙәбиәт

  1. 1 2 3 Малагалеева Е. Пещера Смолинская. Там, где переплелись легенды и история. uraloved.ru (26 октябрь 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 март 2017. Архивировано 28 март 2017 года.
  2. Смолинская карстовая пещера. — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ»)  (рус.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 февраль 2022.
  3. Постановление Правительства Свердловской области от 17 января 2001 г. N 41-пп «Об установлении категорий, статуса и режима особой охраны особо охраняемых природных территорий областного значения и утверждении перечней особо охраняемых природных территорий, расположенных в Свердловской области». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 март 2017. Архивировано 28 март 2017 года.
  4. Гусев В. А. Памятники природы Каменска-Уральского и Каменского района // Каменский завод. — 2004. — № 1. — С. 6—7. Архивировано 30 март 2017 года.
  5. 1 2 3 4 5 6 7 8 Ю. Е. Лобанов, В. О. Щепетов, В. В. Илюхин, Г. А. Максимович, В. П. Костарев. Пещеры Урала. — Физкультура и спорт. — Москва, 1971. — С. 133—135. — 144 с.
  6. Достопримечательности.
  7. Олесов В. Г. Смолинские пещеры в «Записках [[УОЛЕ]]», том XV, выпуск 1. Уральское общество любителей естествознания (1895). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 март 2017. Архивировано 28 март 2017 года.
  8. 1 2 3 Ҡалып:СО (энциклопедия)
  9. Сарабанский А. В. Сказ о Буркане и Смолинской пещере. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 март 2017. Архивировано 28 март 2017 года.
  10. Смолинская пещера (словарная статья). «Некоторые факты из жизни Свердловской области». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 март 2017. Архивировано 28 март 2017 года.
  11. Сизов В. Журнал путешественников «Билеты есть» — «Ад и рай Смолинской пещеры». — Пермь: ИП Елагина Е. Г. Уральская Библиотека, 2007. — 68 с. Архивная копия от 8 июнь 2016 на Wayback Machine