Содовик паркы (Стәрлетамаҡ)

«Содовик» паркы (рус. Парк Содовик) — Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ ҡалаһында урынлашҡан мәҙәниәт һәм ял паркы.

Тарихы

Стәрлетамаҡ ҡалаһында илдә сода етештергән берҙән-бер предприятие — Башҡортостан сода компанияһы эшләй. Парк ошо предприятие урынлашҡан биләмәгә ҡарағанлыҡтан, уға «Содовик» (сода эшләүсе) исеме бирелә.

Мәҙәниәт һәм ял паркы йәшеллеккә бай булыуы, прогулка өсөн киң юлдары һәм ял урындары менән билдәле. Бында XVIII быуат стилендәге беседкалар ҡуйылған, спорт һәм уйын майҙансыҡтары эшләй.

Паркта Савва Тетюшевҡа — Ашҡаҙар йылғаһында тоҙ пристане төҙөп, буласаҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһына нигеҙ һалған сауҙагәргә бюст ҡуйылған[1]. Шулай уҡ, эшһөйәр гномдар скульптуралары, эргәләрендә тематик эскәмйәләре булған Д. Менделеев һәм М. Ломоносов бюстары бар. Аттракциондар, батуттар һәм электромобилдәр эшләй. «Зубр» ғаилә аттракционы айырым урын алып тора. Күңел асыу саралары Башҡортостандың Рәсәй составына инеүенең 450 йыллығы уңайынан асыла.

2025 йылда ремонт эшләнеүгә ҡарамаҫтан, 2026 йылда ла миҙгел асылыуға парктағы фонтанда һыу булмай[2].

2025 йылда паркта "Атайҙар аллеяһы"на нигеҙ һалына: «Йәшел Башҡортостан» республика акцияһы сиктәрендә «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһе һәм «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш гвардияһы (рус.)баш.» 25 төп алма үҫегтеһен ултыртыу буйынса экологик акция ойоштора[3].

Урынлашыуы

Мәҙәниәт һәм ял паркы Кочетов, Фестиваль, Суворов урамдары һәм Сода мәҙәниәт йорто алдындағы майҙан менән сикләнгән. Майҙанда — В. И. Ленин һәйкәле, Фестиваль урамында кафе бар.

Йәмәғәт транспортының яҡындағы туҡталыштары: Троллейбус депоһы һәм «Сода» мәҙәниәт йорто туҡталыштары.

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ [https://extraguide.ru/russia/sterlitamak/sights/ Достопримечательности Стерлитамака © Экстрагид https://extraguide.ru/russia/sterlitamak/sights/]. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 июль 2026.
  2. ↑ Евгения Безбородникова. Вода ушла в песок: что случилось с фонтаном в парке Содовиков. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 июль 2026.
  3. ↑ В парке Содовиков города Стерлитамака появилась новая зеленая зона — «Аллея Отцов». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 июль 2026.

Һылтанмалар