Содовик (стадион)

Содовик стадионы, Содовик спорт-һауыҡтырыу комплексы (рус. Содовик, стадион в Стерлитамаке) — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ ҡалаһында урынлашҡан күп маҡсатлы стадион. Стадион ҡаланың көнсығыш өлөшөндә, Ағиҙел йылғаһының һыубаҫар үҙәненән өҫтәрәк ҡалҡыулыҡта урынлашҡан. Стадион трибунаһынан йылға үҙәне һәм үҙенсәлекле Стәрлетамаҡ шихандары матур күренеш асыла.

Адресы: Башҡортостан Республикаһы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Кочетов урамы, 26-Б.

Тарихы

Стәрлетамаҡтағы «Содовик» спорт комплексы 1989 йылда төҙөлгән, стадион тәүҙә Сода компанияһы милкендә булған, һуңынан төбәк милкенә күсерелгән.

2018 йылда спорт комплексы ҡала ҡарамағына күсерелә, унда 2-се муниципаль балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе урынлаша.

2014 йылдан «Содовик» стадионында Башҡортостан Республикаһы беренселегендә ҡатнашыусы (Рәсәйҙең IV дивизионы) Стәрлетамаҡ ҡала футбол командаһы уйнай. Быға тиклем ул «Содовик» футбол клубының (рус.)баш. үҙ стадионын файҙаланылған.

2025 йылдан «Содовик» спорт комплексында бассейн, бәләкәй һәм ҙур спорт залдары, стадион, реабилитация үҙәге, саңғыла шыуыу өсөн урман паркы майҙаны, йәмәғәт конькиҙа шыуыу өсөн каток эшләй[1].

undefined

Ҡылыҡһырлама

Стадиондың төп аренаһы — дренаж һәм йылытыу системаһы менән йыһазландырылған тәбиғи үләнле футбол майҙансығы. Майҙансыҡ тирәләй йүгереү трассалары, еңел атлетика өсөн сектор бар.

Көнбайыш яғында 6200 тамашасыны һыйҙырыусы берҙән-бер трибуна урынлашҡан. Трибуна индивидуаль пластик ултырғыстар менән йыһазландырылған. Шулай уҡ унда ҡунаҡ ложаһы һәм матбуғат ложаһы урынлашҡан.

Инфраструктура

Комплексҡа шулай уҡ:

  • яһалма үләнле күнекмәләр полигоны,.
  • бассейн,
  • бәләкәй һәм ҙур спорт залдары,
  • реабилитация үҙәге төҙөлә.

Стадионда профессиональ спортсылар ҙа, бөтә ҡала халҡы ла ҡатнаша ала. Бында төрлө секциялар эшләй һәм йөҙөү, фитнес, еңел атлетика һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса дәрестәр үткәрелә[1].

Файҙаланыу

Стадион спорт һәм мәҙәни майҙансыҡ булараҡ та әүҙем файҙаланыла. Йылы миҙгелдә бында күмәк ҡала саралары, концерттар, байрамдар йыш үтә.

Стадионда 2014 йылдан урындағы «Стәрлетамаҡ» футбол командаһы күнекмәләр үткәрә[2].

Тарихи матчтар

«Содовик» стадионында үткән ҡайһы бер билдәле матчтар:

  • 2001 йылда «Уфимский стройитель» менән осрашыу. Һөҙөмтә 6:0.
  • 2003 йылда «Носта» менән матч. «Содовик» командаһы 7:1 иҫәбе менән еңде.
  • 2004 йылда «Ростов» менән осрашыу. Берҙән-бер тапҡыр «Содовик» юғары лига командаһы менән рәсми матчта уйнай. Һөҙөмтә 1:2.
  • 2004 йылда «Урал» менән осрашыу. «Содовик» командаһы 4:3 иҫәбе менән еңде.
  • 2007 йылда «СКА-Энергия» менән осрашыу. Һөҙөмтә 2:0. 25
  • 2025 йылдың 2 авгусында «Содовик» һәм Нефтекаманың «Торпедо» футбол клубы араһындағы матч «Торпедо» файҙаһына 4:3 иҫәбе менән тамамланды[3][4][5].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Стадион Содовик. Реальное время (4 июнь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 август 2025.
  2. В Стерлитамаке после длительного перерыва открывается бывший стадион "Содовик". Депутаты (5 июнь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 август 2025.
  3. Стадион Содовик. SportBox. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 август 2025.
  4. На стадионе ЦВР "Надежда" прошел первый матч серии товарищеских игр по футболу между школьными командами. Стерлитамакский рабочий (20 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 август 2025.
  5. Содовик. Championat.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 август 2025.

Һылтанмалар