Сокулка
Сокулка, Соколка (пол. Sokółka) — Польша ҡалаһы, Подляский воеводствоһының Сокулка повятына инә. Ҡала-ауыл гмина статусына эйә. Сокулка ҡалаһының майҙаны 18,61 квадрат километр тәшкил итә. Сокулка ҡалаһының халҡы — 19 037 кеше (2004 йылда халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса).
Тарих
1939 йылда Көнбайыш Белоруссияның СССР менән берләшеүе һөҙөмтәһендә Сокулка ҡалаһы 1Белорус ССР-ы составына инә һәм Белосток өлкәһенең Соколка районының үҙәгенә әүерелә. 1944 йылда ҡала Польша составына кире ҡайтарыла.
Ҡалала тыуған билдәле кешеләре
- Богданов Александр Александрович (1873—1928) — сәйәси эшмәкәр һәм совет ғалимы.
- Гершун Александр Львович (1868—1915 йыл) — билдәле рус физик-оптигы.
- Гершун Борис Львович (1870—1954) — Рәсәй адвокаты, рус эмиграцияһы эшмәкәре.
- Дмушевский Людвик Адама (1777—1847) — поляк артисы, опера йырсыһы, театр эшмәкәре, режиссёр, драматург, журналист, тарихсы һәм театр нәшерсеһе.
- Ромас Яков Дорофеевич (1902—1969) — совет рәссамы һәм педагог.
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://bdl.stat.gov.pl/api/v1/data/localities/by-unit/062013711084-0923443?var-id=1639616&format=jsonapi
- ↑ https://bdl.stat.gov.pl/api/v1/data/localities/by-unit/062013711084-0923443?var-id=1639617&format=jsonapi
- ↑ https://bdl.stat.gov.pl/api/v1/data/localities/by-unit/062013711084-0923443?var-id=1639618&format=jsonapi
Һылтанмалар
- Официальная страница города
- Соколка, уездный город Гродненской губернии // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)