Соня Рутстрём-Эдстрём
Соня Рутстрём-Эдстрём (швед. Sonja Ruthström-Edström; 18 ноябрь 1930 йыл тыуған, Лулео) — швед саңғысыһы, олимпия чемпионы, донъя чемпионаттары призеры.
1952 йылда Осло ҡалаһында үткән Олимпиадала 10 км-ға ярышта 11-се була.
1956 йылда Кортина-д’Ампеццо ҡалаһында үткән Олимпиадала ҡатын-ҡыҙҙар программаның ике төрөндә лә, 10 км ярышта һәм эстафетала, бронза миҙалдар яулай.
1960 йылда Скво-Вэллиҙа үткән Олимпиадала эстафетала олимпия чемпионы була, эстафетаны һуңғы этабында, икенсе урынды алған совет саңғысыларынан минутҡа күберәк өстөнлөк менән беренсе урында ҡабул итеп алып, үҙенең этабында бары 20 секундҡа ғына ҡалышып лидерлыҡты һаҡлай. 10 км-ға шәхси ярышта Рутстрём-Эдстрём 5-се урын биләй.
Үҙ карьераһында донъя чемпионаттарында ике миҙал яулай, 1954 һәм 1958 йылғы чемпионаттарҙа эстафета ярыштарында ике бронза яулай.
Һылтанмалар
- Соня Рутстрём-Эдстрём — статистика на сайте FIS (инг.)
- Соня Рутстрём-Эдстрём — Sports-Reference.com (инг.) сайтында олимпия статистикаһы
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Rutström, Sonja Viola // Sveriges dödbok 1830–2020 (швед.) — Sveriges Släktforskarförbund, 2021.
- ↑ Sveriges första kvinnliga längdmedaljör på OS har gått bort (швед.) — 2020.