София Һелин
Биографияһы
Софияның атаһы һатыусы, ә әсәһе — шәфҡәт туташы булған. София Һелинға тыуғанынан 10 көн генә булғанда, уның алты йәшлек бер туған ағаһы автомобиль һәләкәтендә һәләк була; был ваҡиғанан һуң дүрт йыл үтеүгә уның ата-әсәһе айырылышҡан. София Лунд университетында фәлсәфи белем ала. 1994—1996 йылдарҙа София Һелин Калле Флюгаре ҡалаһының театр мәктәбендә уҡый. 2001 йылда ул Стокгольм театр институтын тамамлай. 2012 йылда София Һелин «Күпер» сериалында уйнаған төп роле арҡаһында донъяның күп илдәрендә популярлыҡ яулай. Ул шулай уҡ «Арн: Рыцарь-тамплиер» һәм «Арн: берләшкән короллек» фильмдары буйынса билдәле. Софияның битендә һәм ҡулдарында 24 йыл элек велосипедтан йығылып имгәнеү һөҙөмтәһендә алынған яра эҙҙәре беленеп тора.
Ғаиләһе
Бөгөнгө көндә София Һелин Линчёпингта йәшәй. Уның ире Даниель Ётшеньельм һәм уларҙың ике балаһы — улы Оссиан һәм ҡыҙы Ника бар.
Фильмографияһы
Актриса
| Йылы | Атамаһы | Персонаж |
|---|---|---|
| 1996 | Rederiet (сериал) | Минна Лагер |
| Anna Holt — polis (сериал) | ||
| 1997 | Комиссар Мартин Бек | София Лейна |
| Aspiranterna | Анна-Карин | |
| 1998 | OP7 (сериал) | |
| 2002 | Берҙәмлек (сериал) | Анна |
| 2003 | Бушлыҡ нөктәһендә | Клара |
| Älskade du | ||
| 2004 | Тупаҫ кеше - Ауыл кешеһе | Мия |
| Көрәндең дүрт төҫмөрө | Дженни | |
| 2005 | Ҡан туғандар | Малена |
| Pappas lilla tjockis | ||
| 2006 | Sökarna — Återkomsten | |
| 2007 | Нина Фриск | Нина Фриск |
| Арн: Рыцарь-тамплиер | Сесилия Алготсдоттер | |
| Leende guldbruna ögon (мини-сериал) | глава фирмы грамзаписи | |
| 2008 | Арн: Берләшкән короллек Арн: Объединенное королевство | Сесилия Алготсдоттер |
| Goda råd (ҡыҫҡа метражлы фильм) | Һанна | |
| Balladen om Marie Nord och hennes klienter (ҡыҫҡа метражлы фильм) | Мария | |
| 2010 | Арн: Рыцарь-тамплиер (мини-сериал) | Сесилия Алготсдоттер |
| 2011 | Åsa-Nisse — wälkom to Knohult | фрёкен Бритта |
| Svaleskär (сериал) | Анна | |
| Күпер (телесериал, Швеция — Дания) | Сага Норен | |
| 2013 | Рагнароктың сере | Элизабет |
| 2015 | The Devil’s Outlaw | Малин |
| 2017 йыл | Ҡар бабай (фильм) | Малайҙың әсәһе |
Тауышлы итеү
| Йылы | Атамаһы | Персонаж |
|---|---|---|
| 2009 | Метропия | Анна |
Һылтанмалар
- ↑ Record #65118079 // VIAF (билдәһеҙ) — Даблин: OCLC, 2003.
- ↑ Deutsche Nationalbibliothek, Staatsbibliothek zu Berlin, Bayerische Staatsbibliothek, Österreichische Nationalbibliothek Record #130577200 // Gemeinsame Normdatei (нем.) — 2012—2016.