Социаль реклама лабораторияһы
АНО «Социаль реклама лабораторияһы» — тулы цикллы Рәсәй реклама агентлығы, социаль реклама эшләүгә һәм етештереүгә махсуслашҡан. 2002 йылдан Гюзелла Николайшвили етәкселеге аҫтында эшләй. Социаль реклама буйынса коммерция булмаған ойошмалар араһынды иң алдыңғыһы һанала[1].
Тарихы
Лабораторияға 2002 йылда сәйәси фәндәр кандидаты Гюзелла Геннадиевна Николайшвили нигеҙ һала. Беренсе етди проекттарының береһе «Социальная реклама.ру» сайты була, ул 2003 йылдан эшләй башлай һәм хәҙерге көндәлә уңышлы эшләп килә. 2003—2008 йылдар арауығында Рәсәйҙең ун туғыҙ төбәгендә һәм Киевта, Сухумила, Ригала ошошманың хеҙмәткәрҙәре социаль рекламаға бәйле иллегә яҡын семинар-тренингтар үткәрә[2].
Николайшвили эре социаль реклама ойошмаһының директоры булараҡ, Рәсәйҙең һатыу итеү һәм етештереү палатаһы ойошторған "түңәрәк өҫтәл"дә ҡатнаша[3].
2013 йылда Creative for Good бөтә донъя экономик форумы «Социаль реклама лабораторияһын» иң яҡшы донъя кейстары библиотекаһына индерә[4].
Эшмәкәрлеге
Лаборатория коммерция булмаған ойошмалар һәм фондтар өсөн социаль реклама етештереү менән шөғөлләнә. Заказ биреүселәр булып дәүләт структуралары һәм шәхси хәйриә фондтары сығыш яһай, уларҙың иҫәьендә ЮНИСЕФ, Роспотребнадзор, «Перспектива» төбәк йәмәғәт инвалидтар ойошмаһы, «Альфа» ветерандар ассоцацияһы, Халыҡ-ара медицина корпусы, «Фокус-Медиа» һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш фонды, «Открытый театр» хәйриә проекты һәм башҡалар[5][6][7][8].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Лаборатории социальной рекламы — 10 лет. Наша молодёжь (3 февраль 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 май 2015. 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
- ↑ Дарья Большакова. Лаборатория социальной рекламы уже девять лет создаёт рекламу в России. Atprint (3 февраль 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 май 2015.
- ↑ Нина Кострецова. У вас все дома? Российская газета (22 октябрь 2008). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 май 2015.
- ↑ Лаборатории социальной рекламы — 10 лет. Агентство социальной информации (2 февраль 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 май 2015. 2015 йылдың 3 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ Раиса Ханукаева. Бизнес альтруистов: самобытность социальной рекламы в России. M24.ru (28 ноябрь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 май 2015.
- ↑ Социальная реклама на службе интересов государства. Экспоцентр (25 сентябрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 май 2015.
- ↑ Мурад Нухаев. «Лаборатория социальной рекламы» в Грозном. Грозный-информ (27 февраль 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 май 2015.
- ↑ Лаборатория социальной рекламы утверждает, что дети должны учиться вместе. Re-port.ru (15 февраль 2009). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 май 2015.
Һылтанмалар
- Лаборатория социальной рекламы — официальный сайт организации
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |