Стәрлетамаҡ йәмиғ мәсете
[[Категория:РУВИКИ:Географик координаталары булмаған мәсеттәр
]]
Тарихы
Стәрлетамаҡ беренсе йәмиғ мәсете 1823—25 йылдарҙа сауҙагәр Г. Г. Ибраевтың аҡсаһына 1823 йылда янған ағас мәсет урынында төҙөлә. 1800 йылда сауҙагәр Ш. Урманцев аҡсаһына һалынған төҙөлгән мәсет янып юҡҡа сыға. Был юлы мәсетте таштан төҙөйҙәр. Ул Ырымбур мосолман диниә назараты ҡарамағында була.
1863 йылда мәхәлләлә 3208 кеше иҫәпләнә, 1899 йылда — 2644 кеше. Мәсет эргәһендә Стәрлетамаҡ мәҙрәсәһе эшләй. 1930 йылда ябыла, бинаһы Стәрлетамаҡ район халыҡ мәғарифы бүлеге ҡарамағына тапшырыла, һуңынан һүтелә.
Бағымсылары
- Сауҙагәрҙәр М. М. Рәмиев, Усмановтар һ.б.
Имам-хатиптары
- С. Р. Рәмиев (1800 йылдан алып),
- Ш. З. Нагаев (1815 йылдан алып),
- К. Ш. Нагаев (1839—90);
- Г. К. Нагаев (1892 йылдан алып ябылғансы)
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
- Калимуллин Б. Г. Башкирское народное зодчество. — Уфа, 1978.
Һылтанмалар
- Абдрахманов Р. У., Насирова Н. О. Стәрлетамаҡ йәмиғ мәсете // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Архитектура Башкортостана(недоступная ссылка)