Сулавеси
Сулаве́си (индон. Sulawesi — бәлки sula (утрау) һәм besi (тимер) һүҙҙәренән барлыҡҡа килгән; традицион европа атамаһы — Целебес, порт. Celebes) — Индонезиялағы ҙур утрау, Ҙур Зонд утрауҙарына ҡарай. Майҙаны 174 600 км², ҙурлығы буйынса донъяла 11-се урынды биләй. Макасар боғаҙы, Сулавеси (Целебес) һәм Банда диңгеҙҙәре менән уратып алынған.
География
Ғәҙәти булмаған формаға эйә: дүрт аныҡ билдәләнеп торған ярымутрауҙарҙан тора, уларҙы тоташтырған үҙәк өлөшө таулы, шунлыҡтан ярымутрауҙар халҡы традицион рәүештә бер-береһе менән башлыса диңгеҙ аша бәйләнеш тота.
Флора һәм фауна
Утрау фаунаһы бик бай, бер нисә эндемиктар, шул иҫәптән юҡҡа сығыу янауында тороусы аноа буйволы һәм бабирус сусҡаһы бар.
Тарих
Европалыларға 1512 йылдан билдәле (португалдар тарафынан асылған).
Халҡы
Халҡы 16 475 600 кеше (2007), башлыса бугистар һәм макасарҙар йәшәй. Шулай уҡ башҡа милләт вәкилдәре бар: тораджи, горонтало, болаанг-монгондоу, минахастар, мори һ.б. Сулавеси телдәрендә һөйләшләр.
80 % мосолмандар, 18 % христиандар. Иң ҙур ҡала — Макасар (Уджунгпанданг).
Административ бүленеше
Вулкандар
Утрауҙа Амбанг вулканы урынлашҡан.
Һылтанмалар
- Tauchen in Nord-Sulawesi
- Vegetation 2007 йылдың 22 декабрь көнөндә архивланған.