Сунтар
Сунтар (саха. Сунтаар) — Саха Республикаһындағы (Яҡутстан) ауыл, Сунтар улусының административ үҙәге, республиканың көнбайышында урынлашҡан.
Географияһы
Тораҡ пункт Вилюй йылғаһының һул ярында тамағынан 740 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Рельефы тигеҙлектәрҙән тора.
Этимологияһы
Исемен яҡында урынлашҡан Сунтар күленән алған. Гидронимдың нигеҙен эвенк һүҙе Сунтаар («тәрән») тәшкил итә.
Галерея
Климаты
| Ҡала климаты | |||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
| Абсолют максимум, °C | 1,5 | 2,1 | 10,6 | 18,6 | 31,1 | 35,5 | 37,8 | 34,2 | 27,6 | 19,5 | 6,0 | −0,9 | 37,8 |
| Уртаса температура, °C | −33,3 | −29,8 | −18,8 | −5,6 | 5,9 | 14,7 | 17,8 | 14,0 | 5,6 | −6 | −23,7 | −31,3 | −7,5 |
| Абсолют минимум, °C | −60,2 | −59,4 | −51,8 | −41,4 | −19,7 | −5,5 | −2,5 | −6,5 | −17,8 | −41 | −53,8 | −58,7 | −60,2 |
| Яуым-төшөм нормаһы, мм | 10,6 | 6,6 | 6,9 | 7,1 | 24,1 | 30,3 | 27,1 | 28,9 | 20,9 | 18,7 | 13,3 | 10,9 | 205,4 |
| Сығанаҡ: World Climate Thermo-Karelia | |||||||||||||