Сусҡа бәшмәге

Toxic.png

Сусҡа бәшмәге (лат. Paxillus) — Сусҡа бәшмәге ғаиләһенә кергән бәшмәктәр ыруыуы. Июндән октябргәсә өйкөмләп тә һәм берәрәмләп тә дымлы тупраҡта үҫә.

Фәнгә уның 15-кә яҡын төрө билдәле. Евроазия, Төньяҡ Америкала киң таралған. Татарстан территорияһында ла үҫә.

Эшләпәһе һоро-көрән, диаметры 5-20 см, эргәләре үҙенсәлекле итеп аҫҡа ҡайтарылған. Пластинкалары һары көрән, тулыһы менән йәки эре киҫәкле булып йомшағынан айырыла. Һабағы ҡыҫҡа, эшләпәһе менән бер үк төҫтә. Йомшағы һарғылт, йомшаҡ, әскелтем тәмле.

Һылтанмалар