Сүриә флагы

Сүриәнең хәҙерге флагы 1980 йылда ҡабаттан индерелгән. Элек был флаг Берләшкән Ғәрәп Республикаһы тарафынан 1958—1971 йылдарҙа ҡулланылған.

Тасуирламаһы

Ике йондоҙ баштан уҡ Берләшкән Ғәрәп Республикаһына ингән ике ил — Мысыр һәм Сүриәне символлаштыра. Әле улар Сүриәнең ғәрәп берҙәмлегенә бирелгәнлеген күрһәтеү өсөн һаҡланған. Йәшел төҫө — фатимиҙар, аҡ — өмәүиҙәр, ҡара — ғәббәсиҙәр һәм ҡыҙыл — һашимиҙар династияһы төҫө (шәриф Хөсәйен 1916 йылда Ғәрәп ихтилалына ҡушылған саҡта өҫтәлә).

Тарихы

Ғәрәп ихтилалы флагы 1918 йылдың 30 сентябрендә Ғосман империяһынан бойондороҡһоҙлоҡ иғлан ителгәндән һуң хәҙерге Сүриә территорияһында ҡулланылған беренсе флаг була.

Ошо флаг нигеҙендә 1920 йылда Сүриә Короллегенең флагы әҙерләнә һәм ҡабул ителә. Ҡыҙыл өсмөйөш эсендә төшөрөлгән йондоҙ Сүриәнең ғәрәп төҫтәрен ҡулланыусы тәүге ил булыуын символлаштыра.

Флагтың тарихы бай, ул күп үҙгәрештәр кисерә. 1980 йылда хәҙерге флаг ҡабул ителә, ул 1958 йылғы флагҡа оҡшаш.

Француз Сүриә дәүләттәре флагтары

Француз Сүриәһендәге һәр дәүләттең (Францияның мандатлы территорияһы) үҙ флагы була.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә