Сөмбөрлөташ (майҙан)

Сөмбөрлөташ майҙаны (рус. Чемберлиташ, төр. Çemberlitaş Meydanı) — Истанбулдың иҫке өлөшөндәге майҙан. Фәтих районы Сөмбөрлөташ биҫтәһе. Был майҙанда Константин колоннаһы (Сөмбөрлөташ), Нуруғосмания мәсете, Гранд-Баҙарҙың үҙәк ҡапҡалары урынлашҡан.

Константин колоннаһы (Сөмбөрлөташ)

Сөмбөрлөташ майҙаны боронғо император Константин форумы урынын биләй, уның бөтә ҡоролмаларынан 330-сы йылдар тирәһе төҙөлгән Константин колоннаһы ғына өлөшләтә һаҡланып ҡалған[1]. Башта колоннаның бейеклеге 35 метр була һәм император һыны өсөн постамент булып хеҙмәт иткән, ләкин 1106 йылдағы дауыл ваҡытында статуя емерелә.

Колоннаның хәҙерге атамаһы — Сөмбөрлөташ, ул «уратып алынған колонна» йәки «яндырылған колонна» тигәнде аңлата. Был атамалар колоннаны тарттырыусы тимер ҡулсалар һәм ул зыян күргән даими янғындар менән бәйле.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. Колонна Константина (Обожженная колонна), Константинополь, Турция. World Digital Library (1890-1900). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 октябрь 2013.

Һылтанмалар


Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.

Категориялар