Сөрәкә турғай
Ҡылыҡһырлама
Турғайҙан бәләкәйерәк. Ерҙә йәки ҡыуаҡтарҙа йөрөүсе бик һаҡ ҡош. һайрағанда ағас остарына күтәрелә, һырты буй-буй ҡара таптар менән сыбарланған ҡара-көрән.Түше һоро, ҡорһағы һорғолт көрән, һандуғастан бәләкәйерәк булыуы һәм һыртының сыбарлығы менән айырыла.
Тауышы
Тауышы бик үк көслө булмаған: «ср-рри». һайрауы, һандуғастыҡы кеүек, төрлө юғарылыҡтағы сутылдауҙан тора.
Йәшәү рәүеше
Ҡыуаҡлыҡтарҙа, төрлө урмандарҙа йәшәй. Бөжәктәр менән туҡлана. Ултыраҡ ҡош. һирәк осрай. Ағас ботаҡтарында, ҡыуаҡтарҙа оялай. 4—5 бөртөк йәшкелт зәңгәр төҫтәге йомортҡаһы була.
Әҙәбиәт
- Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
- Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. - ISBN 5-88666-011-9