Талпан Валераға һәйкәл

Талпан Валераға һәйкәл — Өфө ҡалаһы үҙәгендә ҡуйылған һәйкәл, арт-объект. Барлыҡ хайуандарға, бөжәктәргә гуманлы һәм толерант мөнәсәбәткә арнала. 2020 йылдың октябрендә ҡуйыла[1], 2023 йылда урланғандан һуң, ҡабаттан урынлаштырыла[2].

Авторы — Олег Чегодаев[1][2].

Тасуирламаһы

Һәйкәл ҡала үҙәгендә, Мостай Кәрим урамында ҡуйылған. Таш постаментҡа урынлаштырылған талпан скульптураһынан ғибәрәт. Постаментҡа: «Минең бары тик һинең кеүек үк, йәшәгем килә!» тигән яҙыу урынлаштырылған[3].

Постамент өсөн таш Көньяҡ Уралдың мең метр бейеклектәге тауҙарының береһенән килтерелгән, арт-объект үҙе 925-се проба көмөштән эшләнгән[4][5][6].

Автор әйтеүенсә, был — донъяла талпанға ҡуйылған берҙән-бер скульптура[1].

Инциденттар

Скульптура ҡуйылған урын тәүлек буйына видеокүҙәтеү аҫтында булыуға ҡарамаҫтан[3], 2023 йылда уны баш ҡаланың сығарылыш уҡыусылары урлай[7][2]. Аныҡланған мәғлүмәттәр буйынса, урланғанған тиклем скульптура үҙ урынында 966 көн тора[2].

Урланғандан һуң һәйкәл ҡабаттан тергеҙелә һәм элекке урынына[2] 2023 йылдың июнендә урынлаштырыла[8][9].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 В центре Уфы установили памятник клещу Валере. 15 май 2025 тикшерелгән.
  2. 1 2 3 4 5 «Да здравствует клещ Валера Второй!» В Уфе похитили самый маленький памятник в России - Газета.Ru. 15 май 2025 тикшерелгән.
  3. 1 2 В центре Уфы установили памятник толерантному клещу Валере (23 ноябрь 2020). 15 май 2025 тикшерелгән.
  4. В центре Уфы установили памятник толерантному клещу Валере. Официальный сайт Русского географического общества (23 ноябрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 ғинуар 2021. Архивировано 25 ғинуар 2021 года.
  5. В центре Уфы появился серебряный памятник клещу. Его зовут Валера. ufa1.ru - новости Уфы (30 сентябрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июнь 2022. Архивировано 25 октябрь 2021 года.
  6. В Уфе попытались украсть памятник клещу. ufa1.ru - новости Уфы (21 ноябрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июнь 2022. Архивировано 24 октябрь 2021 года.
  7. «Еще никогда мы так не радовались возвращению клеща». На газоне в Уфе воцарился Валерий II. 15 май 2025 тикшерелгән.
  8. В Уфе поставили новый памятник клещу Валерию (20230615T1228). 15 май 2025 тикшерелгән.
  9. Новый памятник клещу установили в Уфе на месте украденной скульптуры. Интерфакс (15 июнь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 май 2025.

Һылтанмалар

Категориялар