Тарас Шевченко һәйкәле (Минск)
Тарас Шевченко һәйкәле(укр. Пам'ятник Тарасу Шевченку) — Белоруссияның баш ҡалаһы Минскиҙа украин шағиры, прозаик, рәссам һәм этнограф Тарас Григорьевич Шевченко хөрмәтенә төҙөлгән монумент.
Тарихы
Тарас Шевченко һәйкәле Беларусь Республикаһында Украина илселегенең яңы төҙөлөшө эргәһендә Степанов баҡсаһында урынлашҡан. Скульптура композицияһы бойондороҡһоҙ Беларусь дәүләтендә Шевченконың беренсе һәйкәле[1].
Тарас Шевченконың бронза скульптураһы Киевтың Минскка бүләге булып тора. Авторҙарҙың уйы буйынса скульптура украин халҡының үткәне һәм киләсәге хаҡында уйланып ултырған шағир һынынан ғибәрәт. Һәйкәл менән йәнәшә эсәр һыу бюветы ҡуйылған[2].
Монумент 2001 йылда ҡуйыла, ә 2002 йылдың 22 апрелендә асыу тантанаһы уҙа[1]
Тулы кәүҙәле һәйкәлдең авторы — скульптор М. Яковенко һәм Беларусь Республикаһының халыҡ рәссамы М Савицкий[1].
Һылтанмалар һәм әҙәбиәт
- Кучерук Олександр (письменник, директор Бібліотеки ім. О. Ольжича) Пам’ятники Шевченка на земній кулі… Від Мангишлаку до Вашингтона. // Черкаський край — земля Богдана і Тараса. Культурологічний збірник., К.: «Українські Пропілеї», 2002, стор. 67—80
- Памятники Шевченко на сайте kobzar.info. 2014 йылдың 7 февраль көнөндә архивланған.
- Интерактивная карта памятников Тарасу Шевченко. 2018 йылдың 28 сентябрь көнөндә архивланған.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Беларусь. Национальный музей Тараса Шевченко. www.museumshevchenko.org.ua. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июнь 2018.(недоступная ссылка)
- ↑ Памятник Тарасу Шевченко в Минске (рус.). 21 июнь 2018 тикшерелгән.
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |