Таутамыр
Таутамыр, кузьмичев үләне(рус. Хво́йник двухколоско́вый, Эфе́дра двухколоско́вая — күп йыллыҡ ваҡ ҡыуаҡ. Тупраҡ буйлап үрмәләүсе һабағының оҙонлоғо 40 см-ға етә. Май-июнь айҙарында сәскә ата.
Таралыуы
Тауҙар һәм түбәләрҙең ташлы биттәрендә, дала ерендә үҫә. Башҡортостанда был үҫемлек бик һирәк ҡалған. Уны бик һирәк Ирәндек, Ҡырҡты тауҙарында, Баймаҡ, Ейәнсура райондарында күрергә мөмкин. Шуға ла таутамыр һаҡлау талап итә.
Таутамырҙың өлгөргән емеше
| ||||||||||
Францияла ҡомло тупраҡта үҫкән таутамыр
| ||||||||||
Әҙәбиәт
- Ғүмәров В. З. Тыуған яҡтың шифалы үҫәмлектәре. —Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1996. −160 б. ISBN 5-295-01499-1
- Губанов И. А., Киселёва К. В., Новиков В. С., Тихомиров В. Н. 47. Ephedra distachya L. — Эфедра двухколосковая, или Хвойник двухколосковый, Кузьмичёва трава //Иллюстрированный определитель растений Средней России. В 3-х томах — М.: Т-во науч. изд. КМК, Ин-т технолог. иссл, 2002. — Т. 1. Папоротники, хвощи, плауны, голосеменные, покрытосеменные (однодольные). — С. 122. — ISBN 8-87317-091-6. Проверено 12 декабря 2010. (рус.)