Таш-Күстән
Таш-Күстән (рус. Таш-Кустьяново) — Һамар өлкәһенең Оло Глушица районындағы башҡорт ауылы, Южный ауыл биләмәһенә керә.
Тарих
Халыҡ һаны
2010 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 185 кеше теркәлгән.
Ауыл инфраструктураһы
Ауылда клуб һәм китапхана бар[3].
Билдәле шәхестәр
- Дәүләтшин Ғәббәс Йәғәфәр улы (1892—1937) — башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, Башҡорт АССР-ының Үҙәк башҡарма комитеты ағзаһы;
- Дәүләтшин Ғөбәй (Ғөбәйҙулла) Дәүләткирәй улы (1893—1938) — башҡорт яҙыусыһы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре;
- Дәүләтшин Хәмзә Ғәббәс улы (9.09.1912—16.07.1999) — ғалим, инженер-механик, техник фәндәр докторы (1964), профессор (1965)[4].
- Исламғазин Зәбих Хөснөтдин улы (1887—1951) — матбуғат хеҙмәткәре һәм мөхәррир.
Иҫкәрмәләр
- ↑ http://samarastat.gks.ru/wps/wcm/connect/rosstat_ts/samarastat/resources/283df9804eee8df98d468d89d810d54e/Численность+и+размещение+населения+Самарской+области.zip
- ↑ Ырғыҙ-кәмәлек башҡорттарының торама пункттары.
- ↑ http://bg.samregion.ru/index.php?option=com_content&view=article&id=29&Itemid=497
- ↑ Дәүләтшин Хәмзә Ғәббәс улы — Башҡорт энциклопедияһы 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 28 август 2017)