Таш күпер (Воронеж)
Тарихы
Күпер 1826 йылдың август-сентябрендә губернатор Н. И. Кривцов заманында ҡала архитекторы И. А. Блицин проекты буйынса төҙөлә. 1984-1986 йылдарҙа ҡаланың 400 йыллығына күпер яңыртыла, реконструкция архитектор А. В. Поспеевтың проекты буйынса башҡарыла. Ҡаланың 425 йыллығына 2011 йылда икенсе тапҡыр реконструкция үткәрелә.
Таш күперҙә «Мужская женская игра» фильмы эпизоды төшөрөлә.
Тасуирлама
Күпер оҙонлоғо 10 метрҙан артмай, уның аҫтында Воронеж һыуһаҡлағысы ярына текә төшөү юлы. Күпер ҡала халҡының традицион туй үткәреү урыны булып тора. Йәштәр туй көнө бында киләләр, шампан шешәһен күпергә ваталар һәм үҙҙәренең исемдәре яҙылған йоҙаҡ эләләр. Ошондай туй йолаһы үткәргәндән һуң никах ныҡлы һәм бәхетле була тип иҫәпләнә. Күпер икенсе төрлө «Ғашиҡтар күпере» тип атала.
Галерея
Әҙәбиәт
- Э. А. Шулепова, Е. Н. Чернявская, Т. С. Старцева Историко-культурное наследие Воронежа. — Воронеж: Центр духовного возрождения Черноземного края, 2000. — 575 с.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Ғәмәлдә автотранспорт
Һылтанмалар
Был Медиафайлдар бар викиһаҡлағыста тема буйынса Таш күпер
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |