Ҡылыҡһырлама
Турғайҙан бер аҙ-бәләкәйерәк. Ерҙә һәм ағастарҙың аҫҡы ботаҡтарында йөрөүсе ҡош. һайрағанда өҫкә ботаҡтарға күтәрелә, һырты һорғолт көрән, ҡабырғалары һоро. Маңлайы, муйынының аҫ яғы һәм түше ҡыҙғылт һары. Башҡа ҡоштар менән бутарлыҡ түгел.
Тауышы
Тауышы киҫкен генә: «тк-тк-тк». һайрауы — яңғырауыҡлы сутылдау.
Йәшәү рәүеше
Төрлө урмандарҙа йәшәй. Бөжәктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ерҙә, ағас төптәрендә һәм ҡыуыштарында оялай. Ҡыҙғылт көрән һипкелле 5—6 бөртөк алһыу йомортҡаһы була.
Әҙәбиәт
- Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
- Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. - ISBN 5-88666-011-9
Иҫкәрмәләр
{{|sv}}